Төбәккә консерва заводы кәрәк21.10.2016
Төбәккә консерва заводы кәрәк Баймаҡ баҙарында иң тос кәбеҫтә һатыусы янынан кеше өҙөлмәй. Бер йөк машинаһы йәшелсә килтергән хужалар менән танышабыҙ. Әбделкәрим ауылында йәшәгән “Римма Йәнйегетова” крәҫтиән (фермер) хужалығынан икән улар. Бөгөн баҙарға тормош иптәше Әбйәлил улы Рөстәм менән килгән.
– Мин Сәмәрҡәндтә үҫтем, агроном һөнәрен үҙләштерҙем. Әммә күптән инде Башҡортостанда йәшә­йем. Гөл­нәзирә, Рөстәм, Гөлиә исемле өс балабыҙ Сибайҙа гимназияла белем ала, – тине яңы танышыбыҙ.
Иртә яҙҙан ҡыяр, поми­дорҙары өл­гө­рә. Өс гектар­ҙы – кәбеҫтә, икәүһен картуф биләй. Химияһыҙ үҫте­релгән йәшелсәне Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары халҡы теләп һатып ала. Ә йәйге айҙарҙа 50-ләп ауылдашын эшле итәләр. Үҙ эштәрен асҡанға ун йыл хәҙер.
– Беҙ күберәк тә үҫтерә алабыҙ. Әммә сөгөлдөр, кишерҙе күпләп һатып алыу­сы юҡ. Төбәктә берәй консерва заводы асһалар ине. Үҙебеҙгә йәшелсә һаҡлағыс төҙөнөк, ҡыш буйы баҙар көнөндә кәбеҫтә һатам, – ти уңған эшҡыуар Әбйәлил Еркулов. – Һаҡмар һыуы тәмле, йомшаҡ. Шуға кәбеҫ­тә­ләребеҙ татлы. Хозур тәбиғәтле Башҡортостан – минең икенсе тыуған илем. Нимә сәсһәң, шул уңа бында. “Эш юҡ” тип әйтеүсе­ләрҙе өнәмәйем. Һәр саҡ үҙ көсөбөҙгә ышандыҡ. Әммә Хөкүмәттән субсидия була ҡалһа, киңә­йергә, үҫешергә күҙаллап торабыҙ.





Вернуться назад