“Факел” фестивале барышында Өфөлә “Балалар – балаларға!” хәйриә концерты булды. Тамашанан һуң берәү ҙә татлы бүләкһеҙ ҡалманы. Газ компанияһы ойошторған сараны изге эштәр менән йәмләү – “Газпром”дың социаль йүнәлештә даими хәстәрлек күреү билдәһе. Был юлы Өфө “Нур” татар дәүләт театры балаларҙың ижад коллективтарын ҡабул итте. Баш ҡалалағы балалар йорттарында һәм реабилитация үҙәктәрендә тәрбиәләнеүселәр, шулай уҡ имен булмаған ғаиләләр вәкилдәре театрҙың концерт залына йыйылды.
Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең тиҫтәләгән ҡалаһынан килгән балалар сағыу тамаша ҡорҙо. Сығыштарҙың барыһы ла көслө алҡыштарға күмелде, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын сағылдырған бейеү тамашасылар күңеленә хуш килде. Концерт фестиваль хужалары – өфөләрҙең күмәк сығышы менән тамамланды.
Ҙур тирмә рәүешендәге сәксәк 500-ҙән ашыу йәш тамашасыға таратылды. Ашнаҡсыларҙың береһе әйтеүенсә, татлы ризыҡтың ауырлығы – 50 килограмм. Фестивалдең конкурс өлөшө уҙғарылған “Башҡортостан” дәүләт концерт залына иһә 150 килограмлыҡ сәксәк килтерелгән. Был татлы милли ризыҡ – кешеләр дуҫлығының сағыу символы.