ОҘАЙТЫЛҒАН КӨН ТӨРКӨМӨ АТА-ӘСӘНЕҢ КЕҪӘҺЕНӘ ҺУҒАМЫ?21.10.2016
ОҘАЙТЫЛҒАН КӨН ТӨРКӨМӨ  АТА-ӘСӘНЕҢ КЕҪӘҺЕНӘ ҺУҒАМЫ? Аҡса ғәли йәнәптәре... Кеҫәңдә
шыптырлап торған ҡиммәтле ҡағыҙҙарың булмаһа, хәҙерге заманда бер аҙым яһармын тимә. Бына мәктәптәрҙәге оҙайтылған көн төркөмдәре лә түләүле хеҙмәткә әйләнә...


2013 йылда, Рәсәй Федера­цияһының “Белем биреү тураһында”ғы Федераль законына ярашлы, мәктәптә дәрес­тәрҙән һуң балаларҙы ҡарау һәм тәрбиә биреү бушлай күрһәтелгән хеҙмәт булыуҙан туҡтаны. Бөгөн ошо Закон нигеҙендә белем биреү учреждениелары ата-әсәләргә дәрес­тәрҙән һуң өҫтәмә уҡыуға ҡалған балалары өсөн күрһәтелгән хеҙмәт өсөн хаҡ ҡуя ала.


Был мәктәптәргә генә түгел, балалар баҡсалары тәрбиәләнеү­се­ләренә лә ҡағыла, һәм күп ата-әсәлә һорау тыуҙыра. Ысынлап та, баланың бер нисә йыл элек бушлай булған мәктәптән һуңғы ваҡытын ойоштороу сараһы ни өсөн бөгөн түләүле хеҙмәткә әүерелде? Ниңә ошо законға аныҡ ҡына аңлатмалар юҡ? Был белем биреү тураһындағы дәүләт стандартына ҡаршы килеү түгелме?
Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында”ғы Законының 66-сы статья­һына ярашлы, оҙайтылған көн төркөмдә­ренә йөрөгән уҡыусыларҙың ата-әсәһенә баланы ҡарау һәм тәрбиә биреү хеҙмәте өсөн белем биреүсе учреждениелар түләү ҡуйырға хаҡлы. Учреждение­лар хаҡты кәметә ала йәки билдәле кате­горияға ҡараған бәлиғ булмаған­дарҙың ата-әсәһенән түләтмәҫкә лә мөмкин.
Законға ярашлы, бөгөн илебеҙҙәге урта белем биреү учреждениеларында түләүле оҙайтылған көн хеҙмәте (продленка) эшләй. Дәүләт Дума­һының белем биреү буйынса комитеты мәғлүмәттәре буйынса, мәктәптәрҙә 1 миллион 700 мең уҡыусы дәрестәрҙән һуң оҙайтылған көн төркөмөндә ҡала. Тимәк, Рәсәйҙә ата-әсәләрҙең быға ихтыяжы ярайһы уҡ ҙур. Республикабыҙҙың төрлө мәктәп­тәрендә иһә оҙайтылған көн хеҙмәтен күрһәтеү мәсьәләһе төрлөсә ҡуйылған, һәм бөтә мәктәптәрҙә лә хаҡтар тотороҡло ғына һаҡланмай. Бер нисә йыл элек бушлай булған хеҙмәт өсөн бөгөн күп ата-әсәләр ярайһы ғына юғары хаҡ түләргә мәжбүр, был, әлбиттә, халыҡты ҡәнәғәт­ләндермәй.
Яңыраҡ Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильева: “Мәктәп – ул белем һәм тәрбиә биреү усағы. Табип йә руха­ниҙар кеүек, уҡытыусылыҡ – ул эш кенә түгел, ә тыумыштан бирелгән һәләт. Был осраҡта “мәктәптә хеҙмәт күрһәтеү” тигән фекер йәмә­ғәтселек аңынан юйып ташла­нырға тейеш, тип уйла­йым”, – тип билдә­ләне. Министрҙың фекеренсә, бала­ларға белем биреү ҙә һәм уҡыуҙан һуң өҫтәмә оҙайтылған көн төркөмө эше лә ата-әсәләрҙең аҡсаһына түгел, ә бюджет иҫәбенә алып барылырға тейеш.
Балаларын уҡыуҙан һуң мәктәптә ҡалдырған бер нисә ата-әсәнән ошоға ҡарата фекере менән уртаҡлашыуын һораныҡ:
Гөлсибәр ҒӘЛИМОВА:
– Ике урында эшләһәм дә, аҡса етмәй киткән осраҡтар була. Оҙайтылған көн хеҙмәте бындай бушамаған ата-әсә өсөн бик уңайлы тип уйлайым. Улым уҡыған мәктәптә бының өсөн хаҡ күп алынмай, өҫтәмә туҡлан­дырыу ҙа ойошторолған. Уҡыу­ҙан һуң өйгә ҡайтып яңғыҙы ултыр­ғансы, мәктәптә булыуы яҡшыраҡ, күңелем тыныс. Баланың өҫтәмә шөғөлдәре өсөн, әлбиттә, түләргә тура килә. Шулай ҙа ике балаһын да оҙайтылған көн төркөмөндә ҡалдырған туғандарым өсөн түләү күләме ярайһы ғына ҙур килеп сыға, төрлө мәктәптәрҙә төрлөсә хаҡ ҡуйыла шул.
Нәргизә ИСЛАМОВА:
– Аҡсаға ҡытлыҡ булмаһын өсөн ирем менән икебеҙгә лә эшләргә тура килә. Элегерәк бәләкәйҙәрҙе балалар баҡсаһы­нан алыр өсөн эштән иртәрәк сығырға йә туғандарыбыҙҙан ярҙам һорарға тура килә ине. Ҡыҙыбыҙ уҡыған мәктәптә оҙайтылған көн хеҙмәте юҡ, ул төштән һуң түләүле түңәрәктәргә йөрөй, телефондан хәлен белешеп һөйләшеп торабыҙ. Балалар баҡсаһындағы бәләкәс­тәр оҙайтылған көнгә ҡалалар. Аҙ тәьмин ителгәндәр төркөмөнә инмәйбеҙ, шуға ла ике бала­быҙға был хеҙмәт өсөн тулыһынса һәм 50 процент ташлама менән түләргә тура килә.
Байрам ИЛСЕҒОЛОВ:
– Оло улыбыҙ юғары уҡыу йортонда белем ала. Ҡыҙыбыҙ әле мәктәптә сығарылыш класында, ул дәрестәренән һуң оҙайтылған көн төркөмөнә бушлай йөрөнө. Бөгөн иһә оҙайтылған көн хеҙмә­тенә мохтажлығыбыҙ юҡ. Башланғыс кластағы ике улыбыҙ менән ҡатыным өйҙә ултыра, өләсәйҙәре лә яндарында. Бала­ларҙы ҡалалағы түләүле түңәрәктәргә йөрөтәбеҙ. Шулай ҙа оҙайтылған көндө түләүһеҙ итһәләр, яҡшы булыр ине, тип уйлайым, сөнки ҡайһы бер ата-әсәнең өйҙә бала ҡарап ултырырға ваҡыты юҡ, мәктәптәрҙә ойошторолған өҫтәмә хеҙмәт­тәр өсөн түләргә мөмкинлектәре лә сикләнгән.
Нисек кенә булмаһын, мәғариф өлкә­һен­дә ошо мөһим мәсьәләләрҙә ыңғай үҙгәрештәр көтә халыҡ. Киләсәктә мәғариф министрының һүҙҙәре һәм халыҡ фекере иҫәпкә алыныр, аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителер тип өмөтләнәйек.




Вернуться назад