Йәш белгес мажараһы19.10.2016
Ниһайәт, мин дә диплом алдым! Хәҙер “ҡатырғаһыҙ” йәшәп булмай бит: олоһо-кесеһе, бер нигә ҡарап тормай, юғары уҡыу йортона керергә тырыша. Һәләттәре бармы-юҡмы, һайлаған һөнәрҙәре оҡшаймы-юҡмы – барыбер. Тик ҡара эшкә бармаҫҡа.
Беҙҙең заттан да дипломлы бер кеше булһын тип, мин дә ҡалаға уҡырға сығып киткәйнем. Биш йыл буйы атай-әсәйемдең кеҫәһен таҡырайтып, профессорҙарҙың алдында ҡурҡа-ҡалтырай, сессия яҡынлашҡан һайын доғаларымды уҡый-уҡый, сығарылыш кисәһенә килеп тә еттем. Диплом тапшырыу өсөн сәхнәгә саҡырғастар, эре торам: ҡиммәтле “ҡатырға”мды һалып алам да баш ҡаланы яуларға сығып китәм. Нисәмә йыл ыҙалап, ауылға ҡайтып бармайым инде!
Һәм шулай иттем дә. Атай-әсәйемдең “Ҡала тинең дә торҙоң. Өфө булмаһа, башҡа бәләкәйерәк ҡалалар бөткәнме ни?” – тиеүҙәрен дә тыңламаным, ныҡ торҙом. Башҡалар сирттереп телевизорҙан һөйләгәндә, ҙур-ҙур сәхнәләрҙе дер һелкеткәндә, минең ни ерем кәм? Кеҫәлә диплом бар әле!
Баш ҡалаға әхирәтемә төбәп барҙым. Алты ҡыҙ бер бүлмәле фатирҙа тора. Барыһы ла ҙур ҡалала аҡса етмәүгә зарлана. Уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, эстән генә уйлап ултырам: дипломлы була тороп, үҙҙәре ябай эшсе булып урынлашып бөткән бит әле. Биш йыл буйы һатыусы йә һауыт-һаба йыуыусы булыр өсөн уҡыйҙарҙыр шул!
Иртәгәһенә, ыҫпай кейенеп, дипломды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, баш ҡаланың иң эре һәм билдәле компанияларына сығып киттем. Тик ни ғәләмәт: директорҙарын күреү түгел, вахтанан да үткәрмәҙәр! “Осрашыуға яҙылғанһыңмы?” – тип һинең һөйләгәнеңде тыңларға ла теләмәйҙәр. Ярай, мин әйтәм, бында булмаһа, башҡа урында минең диплом “ярап ҡалыр”. Әммә унда ла эш биреүселәрҙең шарттарына тап килмәйем булып сыҡты: бында урынлашыу өсөн кәмендә ике йыл эш тәжрибәһе кәрәк икән.
Тағы уңышһыҙлыҡҡа осрағас, кәйеф бер аҙ төшә биргәйне, үҙ-үҙемде дәртләндереп, артабан юлымды дауам иттем. Өсөнсө компанияға барғас, вахталарынан ете этлек менән үтеп киттем. Ҡабул итеү бүлмәһендә алтын сәсле апай көтөп ултырырға ҡушты. Ялтлап торған бүлмәлә иҫем-аҡылым китеп, сабыр ғына хужа кешенең бушағанын көтә башланым. Тәүге ике сәғәтте тыныс үткәрҙем, әммә аҙаҡҡа түҙемлегем һына башланы. Етмәһә, инеп-сығып йөрөүселәр үткер ҡараштары менән мине баштан-аяҡ “рентген”дан үткәрәме ни! Дүртенсе сәғәт үткәс кенә, директорҙың минең өсөн артыҡ өс минуты килеп сыҡты. Баяғы алтын сәсле апай: “Фәлән Фәләнович бушаны, ул һеҙҙе ҡабул итергә әҙер”, – тигәйне лә бит, әммә хужа кеше миңә баш күтәреп ҡарарға ла ваҡыт тапманы: әленән-әле кем менәндер телефондан һөйләште, нимәлер яҙа һалды, секретарь апайҙы әмерҙәре менән “ҡойондорҙо”. Ун биш минут ҡаршыһында бағаналай ҡатып ултырып, тамам сабырлығым бөттө тигәндә, директор кеше, ниһайәт, миңә иғтибар итте. Һөнәрем хаҡында һорашҡас: “Юҡ, һеҙҙең өсөн беҙҙә вакансиялар юҡ. Эш тәжрибәң дә юҡ, етмәһә”, – тине лә, әңгәмә тамам икәнлеген белдереп, телефон трубкаһына үрелде…
Баш ҡалалағы беренсе көнөм шулай үтте минең. Көс-хәл менән фатирға ҡайтып йығылдым да, бер нәмә белмәй, әүен баҙарына киткәнмен…
Икенсе көнөм дә беренсеһенән бер нимәһе менән дә айырылманы. Унан тағы ике аҙна шулай йөрөнөм: диплом ҡосаҡлап ҡала ҡыҙырам да кискә арманһыҙ булып ҡайтып йығылам. Эшһеҙ йөрөй торғас, кеҫә яғы ла таҡырайҙы. Йөҙөмдән өмөт нуры һүрелә башлағанын күреп, ҡыҙҙар үҙҙәренә эшкә саҡыра башланы. Аптырап, әллә барып ҡарарғамы тип ҡуйҙым да уйымдан кире ҡайттым: атай-әсәйем кеше бысрағын йыуып йөрөр өсөн уҡытмаған бит мине!
Өсөнсө аҙнамды түңәрәкләгәндә, баш ҡаланы арҡырыға ла, буйға ла йөрөп сыҡҡайным инде. Үҙ һөнәрем буйынса эш таба алмағанға, янсығымда тинлектәр генә шылтырағанға кәйефем бөтөнләй төшкәйне. Етмәһә, әсәйҙең ҡайнар аштары, иркен йортобоҙ, ауылымдың киң күңелле халҡы ожмах төбәгеләй тойола башланы. Шуларҙың барыһын да аҡылым менән үлсәп ултырҙым да бер фекергә килдем: әллә ҡайҙан бәхет эҙләп йөрөгәнсе, ҡайтам үҙ ауылыма! Уңмай ҡайтҡан тиеүселәр һөйләй бирһен, әммә минең диплом үҙебеҙҙең ауылға ла бик ярап ҡалыр!
Йәш белгестең һөйләгәндәрен Рита ХӘСӘНОВА яҙып алды.