Шау виноград баҫып алһа...19.10.2016
Шау виноград баҫып алһа... Сағыу көҙҙә ҡыҙыл уттай балҡыған ҡыуаҡ емешен (ҡурай еләге) күптәрҙең күргәне һәм уны тәмләп ҡарағаны барҙыр. Әле лә, ана, Асҡар ауылында йәшәгән Хәлил Билаловтың баҡсаһында алтын миҙгелдең татлы емеше күҙҙе ҡыҙҙырып, “мине өҙ, мине ҡап” тигәндәй эре тәлгәштәре менән үҙенә саҡырып, балҡып ултыра.


– Электән баҡсасылыҡ менән шөғөл­ләнәбеҙ. Бигерәк тә беҙҙең яҡта булмаған үҫентеләрҙе үҫтерергә яратам. Почта аша яҙҙырып ағас емеше, ҡара бөрлөгәндең бер нисә сортын алдым. “Геракл” тип аталғаны биге­рәк тә оҡшап ҡалды һәм үҙе лә еребеҙҙе яратты. Уны тәрбиәләү ҡыйын түгел, яҙ ҡороған ботаҡ­тарын ҡырҡам, июнь-июль башына бер тапҡыр емеш бирә, аҙаҡ шул ботаҡтарҙы яңынан ҡыр­ҡам, эргәһенән өр-яңы йәш үҫентеләр сыға. Көҙгөлөккә шулары ҡайтанан емеш бирә башлай. Йылына ике тапҡыр ағас еләге йыябыҙ, – ти оҫта баҡсасы.
Әйткәндәй, йорт хужаһы ағастарҙы үҫтереү менән шө­ғөл­ләнһә, хужабикә Мәхмү­зә Сәлих ҡыҙы сәскәләргә ғашиҡ. Баҡсала ниндәй генә сәскәләр үҫмәй, тәҙрә төптә­рендә лә әллә күпме гөл ултыра. Яҙ Мәхмүзә апай помидор, сәскә үрсетмәләре ултырта, уларҙы туғандарына, таныштарына тарата.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, ағайың менән ярышып баҡса менән шөғөлләнергә тотон­доҡ, – тип йылмая хужабикә. – Бигерәк тә ят сорттарҙы һынап ҡарау ҡыҙыҡ, улар беҙҙең ерҙә үҫеп китерме тигән уй менән янабыҙ. Килеп сыҡһа, балаларса ҡыуана­быҙ, уларҙы туғандарға, таныштарға таратып бирәбеҙ, артабанғы яҙмы­шы менән даими ҡыҙыҡ­һынып торабыҙ.
Хәлил Мотаһар улы килә­сәктә виноград үҫтереү менән етди шөғөлләнергә уйлай. Уларҙы ултыртып ҡараған ул, әммә урын оҡшаманы, хәҙер ихласлап эшкә тотонасаҡмын, ти. Килә­сәктә Хәлилов­тарҙың баҡсаһын шау виноград тәлгәштәре баҫып алһа, һис аптырайһы түгел. Ерҙе ярат­ҡан, баҡсасылыҡ һәм йәшел­сәселек менән етди шөғөллән­гән Мәхмүзә һәм Хә­лил Билаловтар үҫтергән һәр ағас һәм емеш­тең мул уңыш бирәсәгенә иманым ка­мил, сөнки улар үҙҙәренең яратҡан шөғө­лөнә бар күңелен, йөрәк йылыһын бирә.





Вернуться назад