Ә беҙ кемдән кәм?23.03.2012
Халыҡ сәләмәтлеген тәмәкенән һаҡлау тураһында закон проекты әҙерләнеүен ишетһәк тә, был документтың көсөнә, йәмғиәттә сәләмәт тормош йүнәлешендә ҡырҡа боролош яһалырына ышаныс, ни өсөндөр, артмай. Был яман ғәҙәт илдә ныҡ тамыр йәйгәнгә күрәме, әллә инде уның тамам ғәҙәти күренешкә әүерелеп, йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгәнгәме?
Һәр хәлдә әлегә барыбыҙ ҙа эш урындарында, подъездарҙа, уҡыу йорттары эргәһендә тәмәке көйрәткән йәш-елкенсәккә лә, халыҡ сәләмәтлегендә уяу торорға тейешле тәмәкесе врачҡа ла, телевидение экрандарынан никотинды өҙлөкһөҙ рекламалаған кино геройына ла дәғүәбеҙ юҡ. Барыбыҙ ҙа өнһөҙбөҙ.
Яңы закон проекты тәртип боҙған тәмәкеселәрҙе 1000 — 1500 һумлыҡ штрафтар менән дә ҡурҡыта. Әгәр ҙә документ көсөнә инһә, тәмәкеселәр өсөн көн бөтә: улар аэропортта, вокзалда, мәктәп, юғары уҡыу йорто, стадион, кинотеатр биләмәләрендә халыҡты төтөн менән ағыулай алмаясаҡ. Бынан кире дауахана, шифахана, ҡунаҡхана, кафе, ресторан, магазин һәм ябыҡ баҙарҙа төтөндән тонсоҡмаясаҡбыҙ.
Ысынлап та, яңы закон йәмәғәтселек урындарында үтә ҡаты тәртип булдырмаҡсы. Өҫтәүенә яңы асылған сәләмәтлек үҙәктәрендә яман ғәҙәттән арынырға теләүсе һәр кем бушлай тикшеренеү үтә ала. Закон ҡабул ителеү менән төп положениеларын уҡыусыларға яҡшылап аңлатырбыҙ, ә хәҙергә һеҙҙе донъяның бүтән ҡитғаларында тәмәке тартыуға ҡаршы йәйелдерелгән саралар менән таныштырмаҡсыбыҙ. Башҡалар күптән инде тәмәкегә табынмай, ә беҙ кемдән кәм?
Бәлки, яман ғәҙәттәренән баш тартырға теләмәгәндәрҙе Бутан короллегенә йәки Бразилияға ебәрергә кәрәктер? Гималай короллегендә 2004 йылдан тәмәке тартыу тыйылған. Теләгән кеше уны сит илдән һатып ала, әлбиттә, әммә икеләтә хаҡ түләргә бурыслы. Контрабанда өсөн биш йылға тиклем төрмәгә ябып ҡуйыуҙары мөмкин, йәмәғәт урындарында тәмәке көйрәткең килһә, 175 евроға тиклем штраф түләйәсәкһең. Ә Бразилия күптән инде тәмәкеселәргә ҡаршы түҙеп торғоһоҙ көрәш асҡан. Йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу былтырҙан алып закон менән тыйылған.
Европаның күп илендә һәм АҠШ-та туҡланыу урындарында күптән инде көйрәтмәйҙәр. Хатта төнгө клубтар ҙа ошо тәжрибәне үҙҙәрендә тарата башлаған. Был илдәр, яза, тыйыу, киҫәтеү сараларынан тыш, никотин ҡоллоғонан ҡотолорға теләгәндәргә ярҙам ҡулын да ҙур теләк менән һуҙа. Канадала хатта никотинға бәйлелектән ысҡынырға теләүселәргә тейешле препараттар алыуға субсидия ла бүленә. Ә Шотландияла ундайҙарҙы дәртләндереү өсөн махсус бүләк тапшыралар.
Израилдә тәмәке тартыуҙың бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Тыйылған ерҙә көйрәтергә уйлаһаң, ике мең һум аҡсаңды әҙерлә!
Француздар тәмәке тартыуға ҡаршы көрәштә бәләкәй генә булһа ла еңеүгә өлгәште тиергә мөмкин. Туҡһанынсы йылдарҙа тәмәкенең хаҡы ике тапҡырға арттырылды, һуңғы биш йылда йәнә 40 процентҡа күтәрҙеләр, һөҙөмтәлә Францияла йөҙ йыл эсендә тәүге тапҡыр тәмәке көйрәтеүселәр кәмене. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, әле был илдә граждандарҙың 29 проценты һаман да насар ғәҙәтенән арына алмай.
Италия халҡының 21,7 проценты төтөн һурыуға әүәҫ. Әммә ҙур штрафтар уларҙы дауаханаларҙан, мәктәптәрҙән, офистарҙан һәм йәмәғәтселек транспортынан ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Ҡайһы бер ҡалаларҙа ергә ташланған бер тәмәке төпсөгө өсөн дә эҙәрлекләүҙәре ихтимал. Тәртип боҙоу “хаҡы”ла юғары — 500 евро. Хатта үҙеңдең автомобилең эсендә лә төтәтеп ултырырға хаҡың юҡ.
Швецияла йәмәғәт урындарында тартыу тыйылған. Хатта хәләл фатирыңда иркенләп көйрәтер әмәл дә юҡ, сөнки күршең төтөн еҫен һиҙеп, ялыу менән судҡа мөрәжәғәт итһә, бик ҙур штраф түләйәсәкһең.


Вернуться назад