“Һүҙҙең атаһы аҡыл икән, әсәһе – тел”19.10.2016
Тел һәр ваҡыт художестволы әҙәбиәттең беренсе һәм төп элементы, милли форманың төп компоненты булып килде һәм булып ҡаласаҡ.
Кирәй Мәргән.
* * *
“Атай” тигәндә лә һин кәрәк,
“Инәй” тигәндә лә һин кәрәк.
Күңелемдең һүнмәҫ нуры һин,
Мәңге йырланасаҡ йырым һин,
Моңло-йырлы туған телем һин.
Кәтибә Кинйәбулатова.
* * *
Тел – кешенең төп көсө,
Телдә ҡеүәт, телдә аҡыл.
Ҡул көсө һынһа һыныр,
Тел көсө һынмаҫ ҡапыл.
Әбүс.
* * *
Боронғо йыр һәм ҡобайыр – зауҡым,
Сәнғәт тә ул, сәйәсәт тә ул.
Илем теле, телем иле миңә –
Үткән дә ул, киләсәк тә ул.
Хәсән Назар.
* * *
Әсәң бәпләп уятҡан,
Атаң һөйләп йыуатҡан,
Балаңды әҙәм итер,
Күп ҡашында бер итер –
Һаҡлағыҙ башҡорт телен,
Башҡорт телен – йыр телен,
Батыр телен, бата телен,
Сәсән телен – көс телен,
Күңел телен, йән телен –
Башҡорт телен!
Розалия Солтангәрәева.
* * *
Тән кәрәкһә, ҡырҡып бирәм тәнемде,
Йән кәрәкһә, йолҡоп бирәм йәнемде,
Ҡалдырығыҙ бары телемде...
Әхмәр Үтәбай.
* * *
Тел – халыҡтың тормош тәжрибәһен, аҡылын, хыялын үҙенә йыйған алтын ҡаҙна. Алтын аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһы. Уға тиң баһа юҡ. Һүҙҙең атаһы аҡыл икән, әсәһе – тел.
Ғайса Хөсәйенов.
* * *
Минең намыҫ хыянатсы булһа,
Ғәфү итмәҫ затым, илем дә.
Шуға ла бит әсә һөтө тәме
Торған кеүек туған телемдә.
Зөбәржәт Йәнбирҙина.
* * *
Һәр бер һүҙе яҡын миңә
Халҡым ижад иткән телемдең,
Уралымдың байлығы бар унда,
Күркәмлеге йәшәй илемдең.
Әнүр Вахитов.
* * *
Ҡарунлыҡтан, хөсөтлөктән азат
Кейек итеп тоя үҙен йәнем
Урманыңда һинең,
Башҡорт теле!
Тамара Искәндәриә.
* * *
Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын
Ҡайһы быуаттарға яҙмаған,
Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған,
Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған,
Тик моңонан, теленән яҙмаған.
Рауил Бикбаев.
* * *
Илем тиеп, туған телем тиеп,
Беҙгә янмай, кемгә янаһы?!
Ил-телемдең юлы ел-дауыллы,
Заманалар ҡабат болғауыр:
Ата-бабам ҡаны тамған ергә
Булмаһынсы хужа ят бауыр!
Сафуан Әлибай.
* * *
Һанға һуҡмай халҡыңдың үҙ изге
телен,
Башҡа телдә алмаҡ булһаң әгәр
белем,
Һин үҙең бит юғалтыусы
бәхетеңде,
Үҙ халҡыңдың киләсәген, рухын,
түлен.
Рауил Ниғмәтуллин.