“Барыр ергә барып етмәгәнмен, Юлда туҡтап, әле усаҡ яғам”19.10.2016
“Барыр ергә барып етмәгәнмен,  Юлда туҡтап, әле усаҡ яғам” “Ғүмер үтә” тигән һүҙ дөрөҫ түгел. Мәңгелек ғүмерҙең бер һулышы, керпегенең бер ҡағышы ғына булып, беҙ үтәбеҙ. Алһыу шәфәҡтәрҙе, көҙгө быҫҡаҡ ямғырҙарҙы, зәңгәр ҡарҙарҙы, бала кәкүктәрҙе ҡалдырып, мәңгелек юлдан беҙ китәбеҙ.
Тыуымдан ҡалмағас, ысындан да, үлемде лә яңылыштырыу мөмкин түгел. Тындарың иркен һәм таңдарың һәр иртәлә тормошоңа йыр булып килеп инә торғанда, уның ҡотолғоһоҙ ахыры хаҡында уйланмайбыҙ. Кемдеңдер донъяға килеүе һәм икенсе берәүҙәрҙең гүр эйәһе булыуы ғәҙәти бер хәл кеүегерәк кенә ҡабул ителә. Кеше йәшәгәнме, юҡмы, йәшәһә, уны ниндәйерәк хис-хәстәрҙәр биләгән, уның тормошондағы рәхәтлектәр михнәттәрҙән гел генә өҫтөн сыҡҡанмы?


Әҙәм балаһының хәтере яман менән иманды бер һандыҡта һаҡлай. Хәйер, хаҡлыҡ менән хаслыҡ табындаш булған хәҙерге заманда яҡшы менән яҡтының мәртәбә юғарылығында тотолоуына әллә ни өмөт юҡ. Ил тигәнебеҙ бер ер киҫәге тип аңланған, дәүләт тип атағаныбыҙ мөлкәт тип ҡабул ителгән осорҙа йәшәү өлөшө төшкәс, ир булыуҙан да ваз кисеүебеҙ ғәжәпләндермәҫ.
“Һинең, Мәүләм, тыуҙырған заттан кешенең ләззәтлек алыуын Һин теләмәнең. Һин табырлыҡ бар ағыуҙы ошо заттан йыйып алдың. Һин уны бер тамсы итеп һыҡтың — шулай, Һин ҡатын-ҡыҙҙы бар иттең”. Быларҙы рустың бөйөк яҙыусыһы Николай Гоголь әйткән. Мостай ағай, шаярыу рәүешендә булһа ла, ҡатын-ҡыҙ хаҡында ундай һүҙҙәр әйтергә йөрьәт итмәне. Әйтергә йәне тартманы.
“Һөйөү – нимә?” – тип һораным
ир кешенән.
“Ҡатын өсөн тамуҡ үтеү”.
“Һөйөү – нимә?” – тип һораным
мин ҡатындан.
“Ғаләмдә янып, көлгә ҡалған
ирҙе көтөү”.
Беҙҙең мосолман халҡында, бигерәк тә башҡортта ир-егет иң мөҡәддәс хис­тәрен ҡысҡырып әйтеп осһоҙлан­дырмай. Уның кисерештәре, күкрәген ярып барһа ла, етмеш йоҙаҡҡа бикләнгән ете һандыҡ эсендә була. Һуңғы тиҫтә йыл самаһы, яҙмыш рәхмәте менән Мостай ағай менән бер ҡыйыҡ аҫтында көн иткәс, Рауза апай менән уның мөнәсәбәттәрен ситтән генә булһа ла күҙәтә-күрә йөрөнөм. Ғүмер баҡый ҡуҙлы усаҡ янында йәшәгәс, Рауза апайыбыҙға ла шул усаҡ йылыһы мул күс­кәйне, шикелле. Мостафа ағайҙа — ғәй­рәтле ирҙәрҙә генә була торған ата арыҫ­лан олпатлығы, донъяның ваҡ-төйә­генә илтифат итмәү, Рауза апайҙа — күҙҙе һис ҡырҡмаҫ инсафлы нур, сымырылыҡ. Был ике зат донъяға бер-береһенең бар­лығын белеп, бер йән булып йәшәү өсөн тыуғай­ны, ахыры. Һуғышта алған ауыр йәрә­хәттәре аҙып китеп, Мостай донъя менән бәхилләшеү сигенә еткән мәлдә шағирҙы, Лев Богуштың тылсымлы скальпеле һәм Учалы Өргөнөндә дуҫы Мө­хәммәт Хәйҙә­ровтың кәзә һөтөнән бигерәк, Раузаһының “көлгә ҡалған ирҙе көтөрлөк” мөхәббәте үлемдән йолоп алып ҡалғандыр.
Йылын түгел, хатта айын,
Аҙнаһын,
Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә
Яҙмаһын.
Әлеге шиғырын Мостай ағай айырылыу-юғалтыуҙар ихтималлығы уйға ете ятып бер инмәгән саҡта яҙған. Ай-һай... Шағир күңеле, яҙыусы йөрәге әллә ниндәй электрон приборҙарҙан да һиҙгер була бит. Ағайҙың бер һиҫкәнгәнендә, алыҫ йәшендең күкте әле һаҙағай ғына булып телеп үткән мәлендә тыуманымы икән ул юлдар? Үҙ-үҙенә теләк итеп кенә түгел, беҙгә лә васыят итеп яҙған бит ағайыбыҙ уларҙы. “Һөйгәнеңдән һуң йәшәргә яҙмаһын...”
Бер ишектән инеп-сығып йөрөгәс, осрашмау-күрешмәү мөмкин түгел. Рауза апай хәтһеҙ ваҡыт инде түшәк тартып ята. Ағай күберәк ваҡытын өйҙә үткәрә, кеше араһына сыҡһа ла, шунда уҡ урап ҡайта. “Рауза апайҙың хәле нисек?” тигән һорауға сабыр ғына тауыш менән: “Шул, бер сама инде”, — тип яуаплай.
Мостафа ағай фронтовик ине бит. Уларға һуғыш яңынан ҡорос йөрәк биргәйне. Снаряд ярсыҡтары телгеләгән тәне һыҙлағандыр ағайҙың, әммә уның ауыҙынан зарланған һүҙҙе ишеткән кеше булмағандыр.
Бер мәл Мостафа ағай, данлыҡлы рәссамыбыҙ Ғәлиә Имашева апайҙың улы академик Урал Имашев менән өсәүләп Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғүмәр Ғариф улы Теләшевкә ҡунаҡҡа киттек. Теләшев, герой һәм техник фәндәр докторы дәрә­жәләре йөрөткән ҙур кеше булһа ла, Мос­тай ағай менән уға эйәреп килгән беҙ фәҡирҙәрҙе ғәжәйеп ихласлыҡ менән, кеселеклелек күрһәтеп ҡаршы алды. Ул яҡҡан мунсала тирҙәрҙе һәм керҙәрҙе сығарып, сәй менән йомшарып алғас, ололар һүҙҙе һүҙгә ялғаны. Донъя мәшәҡәт­тәрен онотоп, фекер диңгеҙендә сәфәр ҡылып, байтаҡ ултырҙыҡ. Беҙҙең әллә унан тағы ла ниҙер көткәнде һиҙепме, әллә уға хөрмәтебеҙҙе йәшерә алма­уыбыҙҙы күрепме, Мостафа ағай һөйлә­шеүҙе үҙенсәрәк осламаҡсы булды.
— Егеттәр, һеҙ мине самаһыҙ күтәреп ебәрмәгеҙ ул. Был донъяла яңылыш­тарһыҙ, гонаһтарһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Тик гонаһтар намыҫты баҫып алып китмәһен.
Ҡунаҡҡа барыуҙар хәтерҙән юйыла төшһә лә, Мостайҙың һүҙ араһында ғына әйткәндәре күңелгә уйылып ҡалған. Аҙағыраҡ, Рәсүл Ғамзатовтың үлем алдынан яҙған шиғырҙарын уҡығанда, уларҙы тағы иҫкә төшөрҙөм.
Хажымдың мин ахырына еттем. Һәм,
Мөхәббәтем менән ҡанатланып,
Бер Хоҙайҙан гонаһтарым өсөн
Һораным мин һуңғы ярлыҡауҙы.
Йәшерен-батырын түгел, бөйөк шағи­рыбыҙҙың һуңғы йылдары тетрәнеүҙәр, хафалар менән тулы булды. Мәсьәлә Рауза апайҙың оҙайлы сырхаулауында ғына түгел. Күнегелгән тормош ҡапыл ғына түңкәрелеп киткәс, шул тормош хаҡына йәнен фиҙа ҡылған кешеләр ниҙәр кисергән тиһең? Донъя “аҡтар” менән “ҡыҙылдарға” айырылмаһа ла, йәнә байҙар менән фәҡирҙәргә бүленде. Хаҡ тигән инаны­уыбыҙҙы нахаҡ тип иҫбатлау китте, бур­лыҡ, хурлыҡ булыуҙан туҡтап, булдыҡ­лылыҡ дәрәжәһен алды.
Тамам буталып, йәнде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән бер мәлемдә, түҙмәй, Мос­тай ағайға бер һорау ҙа бирҙем. “Халыҡ аңра һарыҡ хәленә ҡалғанда, йәшәйбеҙме, үләбеҙме тип йөрөгәндә, уға яҙыусы һүҙе кәрәк бит. Мостафа ағай, нимә уйлайһығыҙ, ниңә өндәшмәйһегеҙ?”
Һорауым үпкәләү рәүешендәрәк яңғы­раны, ахыры, ағайым миңә аптыра­быраҡ ҡараш ташланы ла бер аҙ уйланып ултырғас: “Сәсәнмен тип кем әйтмәй, дау килгәндә өнө юҡ, тиһең инде. Эйе, ҡаушап ҡалдыҡ беҙ. Әлеге мәлдә мин үҙемде ер менән күк араһында кеүек тоям”, — тине.
Тоғроһон әйткәндә, ағайҙан йыуатыу, дәртләндереү һүҙе көткәйнем. Халыҡтың Хоҙай тәхете ҡаршыһындағы илсеһе булыр кешеләрҙе лә аңҡы-тиңке килтергән ниндәй заман, ни тигән донъя һуң был?
Ошондай мәлдәрҙә, кәңәш һәм таяныс эҙләп, халыҡ үҙенең тарихына ҡайырылып баға, рухи хазиналарын барлай башлай. Мостай ағай менән оҙон-оҙаҡ һөйләшеү­ҙәремдә мин бала саҡ тәьҫораттарына йыш ҡына әйләнеп ҡайтыр булдым.
Һуғыштан һуң, халыҡ әле ҡанһыраған күңел менән йәшәгән бер ваҡытта, ауыл клубтарында ҡуйылған һәр концерт “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк уҡымай үтмәй торғайны.
...Гөж килә ағай-энеләр:
“Хитрый ҙа һин, Үлмәҫбай!
Был януарҙы ҡайҙа тоттоң?
Һөйләп ташласы, давай”.
Залдағылар, ысындан да, гөж килә. Улар батыр, отҡор, телсәр Үлмәҫбайҙың фронтта артабан ниҙәр ҡыласағын, әлбиттә, белеп тора, әммә ләззәт бынан һис кәмемәй.
Ә Ватаным Рәсәй була.
Дауылы-еле лә бар,
Һинең бабаң батып үлгән
Чуд тигән күле лә бар.
Ах, ошо урында күкрәкте ярырҙай булып күтәрелгән ғорурлыҡ хисен нисек кенә аңлатырға?! Үлмәҫбайҙары булған илде дошман еңә ала буламы инде?
— Ауыр мәлдәрҙә халыҡтың өмөтөн, ышанысын һүндермәҫкә кәрәк. Ул һынырға тейеш түгел. “Василий Теркин” поэмаһы, “Изге һуғыш” йыры — совет кешеләренең рухын тулҡын итеп күтәргән әйберҙәр. “Үлмәҫбай” башҡортома ниндәйҙер дәрәжәлә таяныс була алған икән, тимәк, уны заман үҙе һорап алған.
Мостай ағай үҙ ижады тураһында һүҙ сыға ҡалғанда, уны тиҙерәк бүтән йүнә­лешкә борорға тырышыр ине. “Талантлы” тигән эпитетҡа ул, ғөмүмән, тәнҡитле мөнәсәбәттә булды.
— “Бөйөк”, “талантлы”, “йондоҙ” — һүҙгә ҡайһылай әрһеҙләндек. Һүҙ самаһын белеү өсөн мәҙәнилек кәрәк шул. Әгәр берәй яҙыусы: “Һин талантлы”, — тигәнде ысынға алһа, ул кем була инде?
Ағайыбыҙ, бөтөн донъяға танылып, иҫән сағында уҡ классик тип йөрөтөлһә лә, дан-шөһрәттәргә, маҡтау-күтәреүҙәргә ифрат ғафиллыҡ күрһәтте. Ул, Гете, Пушкин алдында баш эйгән кеше, бүтәндәр ижадына ла, үҙенекенә лә ҡәтғи дәрәжәлә талапсан булды. Йондоҙҙарҙы асманда ғына күреп өйрәнгән кеше, Мостай ағай уларҙы сәхнәлә лә, экранда ла таный алманы. Дөрөҫөрәге, был хәлде аңларға теләмәне.
Рауза апайҙы һәммәбеҙ ҙә китәсәк юлға оҙатҡан йәй самаһыҙ эҫе лә, томра ла кил­де. Мостафа ағай йорлоғон, алсаҡ­лы­ғын һаҡларға тырышһа ла, бирешә баш­лағандай. Урамда йыш ҡына күрешһәк тә, фатирына инеп маҙаһыҙлап йөрөргә ҡыймайым. Ул бит былай ҙа тирә-йүндә­геләр өсөн бигерәк асыҡ йөҙлө, ябай, ярҙам­сыл булды. Ошо ярҙамсыллығынан файҙаланыусы әрһеҙҙәр ҙә бар ине шикелле.
Мостай Кәрим башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле ҡәләме булып ҡына ҡалманы. Уның депутат, идара итеүсе фирҡә съездары делегаты сифаттарындағы эшмәкәр­леге – әле айырым һөйләшеүгә лайыҡ тема. Миңә Мостайҙың туҡһанынсы йылдар башында, республикабыҙҙың, яңыр­тылып, булыу-булмау яҙмышы хәл ителгән осорҙа, парламентта, бүтән тантаналарҙа сығыш яһауын тыңлау бәхете тейҙе. Буталсыҡ саҡ. Мәскәүҙә хакимлыҡ ғәмәлдә юҡ. Урындарҙа тамаҡ ярыусы демагогтарға хөрриәтлек асылған. Ә һүҙ уйнатыуҙы хәҡиҡәттән айырыуы һәр кемгә лә бирел­мәгән. Хәл киҫкенләшеүҙең сигенә сығыр мәлдәрҙә мөнбәргә ҡарт арыҫлан кеүек ҡеүәтле лә, йылдар һәм заман аҡылын иңенә йөкмәгән халыҡ шағиры сыға. Шағирҙың һүҙендә халыҡтың быуаттар төпкөлөнән килгән тәжрибәһе яңы шарттарға дәлил булып ята, ул иҫбатлай, аңлата, фашлай, кинәйәләй, әсе көлә. Мос­тай сығыш яһағанда залда битараф кешеләр булмай, Мостай һүҙе йыш ҡына фекерҙәрҙе икенсе йүнәлешкә бороп ебәрер, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың йөкмәткеһенә йоғонто яһар ине.
Мостафа ағай беҙҙән китә торған һуңғы йәй. Ул, ғәҙәтенсә, ишек алдындағы эскәмйәгә сығып ултырған. Рауза апайһыҙ ағайыбыҙ, әйткәнемсә, дачаһына ла бармаҫ булды. Эргәһенә сүгәләнем. Сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән сабыйҙарға ҡарап, байтаҡ шым ултырҙыҡ. Ағай бөгөн уғата йонсоған һымаҡ, бойоҡ.
Замананың хаҡһыҙ язаһына
Әллә күнде йәнем, әллә һүнде.
Уттарына төшөп яныр инем,
Мин янырлыҡ уттар ҙа юҡ инде.
Башын аҫҡа эйгән көйө, күкрәгенән иңрәп сыҡҡан тауыш менән әйтте ағай әлеге юлдарҙы. Был шиғырҙы мин ағайҙың үҙенән ишеткәнем юҡ ине һәм бер юбилей кисәһендә Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харис ауыҙынан ишетеп, бер аҙ аптырағайным.
“Мостафа ағай!..” Ҡыйыулыҡ итеп, яурынынан ҡосаҡлап алдым. Ул минең тетрәнгәнде һиҙҙе шикелле, күтәрелеп, күҙемә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла: “Арыным мин, Марсель. Тотҡарландым, ахыры, был донъяла...” — тине.
— Беҙ һеҙгә сирләргә лә, бирешергә лә рөхсәт итмәйбеҙ!
— Ну, рөхсәт булмағас, бирешмәҫкә тырышырмын инде. Йә, һин минең кәйефте ҡырып ултырма, бына һиңә шиғыр арнаным әле. Тыңла.
Ҡотлоғәлләм уфтанды,
Йәнгә хәсрәт уҡталды.
Ҡотлоғәлләм, уфтанма,
Беҙгә ҡайғы-ут һалма.
Күңелһеҙ булды ул осрашыу. Ағайҙың шиғыры ла кәйефте күтәрә алманы. Хәйер, атайың кеүек яҡын күргән кешең яфа­ланыуҙарын тышҡа сығармаҫҡа тырышып, эстән һыҙған саҡта ниндәй кәйеф булһын? Тапалған һүҙҙәр, дежур сағыш­тырыуҙар, онотолор анттар...
Рәсми властар Мостай Кәримдең иҫтәлеген, рухи мираҫын ашыҡмай ғына законлаш­тырғанса, байтаҡ ғүмер үтеп бара.
Бәрәкәтле тағы бер көҙ килде.
Килде гөрләп уҙыр туйҙар мәле,
Ҡыр ҡаҙҙары киткән күккә ҡарап
Хушлашыуҙар мәле, уйҙар мәле...
Кеше ғүмере — бер һулыш араһы ғына. Дәүләттәр хасил була һәм тарҡала. Тауҙар ишелә. Ҡағыҙ туҙа. Әммә һүҙ ҡала.




Вернуться назад