Иң ауыр эш ниндәй?19.10.2016
Иң ауыр  эш ниндәй? Тиҙҙән ҡатын-ҡыҙға бығаса ярамаған хеҙмәтте лә башҡарырға рөхсәт итәсәктәр, имеш. Йәғни үҙбушатҡыс йөрөтөргә, ер аҫтына төшөргә... Бындай һөнәрҙәр исемлеге Ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәте тыйылған зыянлы һәм хәүефле шарттары булған ауыр эштәр теҙмәһендә бирелгән.
2000 йыл башында ил хөкүмәте ҡарары менән булдырылған ул. Егерме төркөмгә – ер аҫты, төҙөлөш, тау, монтаж, металл эшкәртеү, скважина ҡаҙыу һәм башҡалар – бүлеп, бөтәһе 456 һөнәр һанап үтелгән. Хатта башлыса ҡатын-ҡыҙ шөғөлө һаналған еңел һәм туҡыу сәнәғәтендә лә ундай хеҙмәттәр бар икән.
Бына килеп Хеҙмәт министрлығы ошо исемлеккә үҙгәрештәр индерергә уйлай. Йәнәһе, 16 йыл эсендә заман производствоһында технологиялар үҙгәргән, хәҙер социаль-гигиеник хеҙмәт шарттары башҡасараҡ. Әле эш биреүселәрҙән, профсоюз органдарынан, белгестәрҙән тәҡдимдәр йыйыла, эшкәртелә.
Әйткәндәй, теҙмәлә иҫкәрмә лә бар: әгәр эш биреүсе шөғөлдө хәүефһеҙ итеүгә өлгәшһә, ҡатын-ҡыҙ йәне ятҡан хеҙмәтенә тотона ала. Улайһа, исемлекте ниңә үҙгәртергә һуң, тиерһегеҙ. Теләк кенә етмәй шул, хеҙмәт инспекцияһының быға ҡаршы төшөүе мөһим кәртә булып тора.
Ауыр эште карьерҙа, шахтала тир түгеү тип кенә күҙ алдына килтерергә ярамай. Төнгө смена ла ҡатын-ҡыҙ өсөн хәүефле булырға мөмкин. Советтар Союзы ваҡытында уҡ уҙғарылған тик­шеренеүҙәр күрһәтеүенсә, төнөн йоҡ­ламау гүзәл заттың әсә булыу ихтималын кәметә. Әгәр инде зарарлы тар­маҡ­та эшләһә, был һуңынан тыуасаҡ ба­ла­һының һаулығына кире йоғонто яһай. Тимәк, ҡарауылсы, һаҡсы булыуы еңел тип, быға ла тотонорға тейеш түгел ул.
Әлбиттә, һуғыш һәм унан һуңғы осорҙа әсәй-өләсәйҙәр тракторҙа ер ҙә һөргән, келәттәргә тоҡ-тоҡ орлоҡ та ташыған, урманда ағас та киҫкән. Кемеһелер хатта үҙе яу яланына ингән. Әммә был сараһыҙҙан, ил өҫтөнә килгән афәттән, барлыҡ көслө зат фронтта булғандан башҡарылған.
Беҙҙең заманда ла нәфис зат вәкилдәре араһында йөк машиналары йөрөткәндәр ҙә, иретеп йәбештереүселәр ҙә, тимерселәр ҙә бар. Үҙ теләктәре менән бындай эшкә тотонғандарға ни әйтәһең инде! Мәҫәлән, быйыл май айында Красногорск ҡалаһында уҙған иретеп йәбештереүселәр чемпионатында 16 йәшлек Виктория Симбирева ҡатнашты. Йәки билдәле таш юныусы Марина Попова...
Шулай ҙа күпселек ирҙәр үҙҙәре ҡатын-ҡыҙға һөнәрҙәрен биреп ҡуйыуға ҡаршы. Мәҫәлән, хәҙер карьерҙарҙа 180-200 тонна йөк күтәрешле машиналарға идара итеүе еңел, тик ул физик көс кенә түгел, психологик ныҡлыҡ та талап итә, тиҙәр. Ә бөгөн тап ҡатын-ҡыҙ психологик, психик яҡтан тотороҡлораҡ түгелме ни? Ниндәй генә тормош ауырлығы алдында ла баҙап ҡалмай, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, матур йәшәргә ынтыла, тырышып бына тигән балалар үҫтерә. Ир-ат яғынан көнләшеү ғәләмәте түгелме икән бындай ҡараш?
Тағы бер миҫал килтерергә мөмкин. Заман шауҡымымы, байтаҡ ир әсә кеше бала тапҡанда, уға терәк булыр өсөн, ҡатынының эргәһендә булырға маташа. Һәм был ғәмәлдең күбеһе йәш атайҙың аңын юғалтып ҡолауы менән бөтә. Ир-егеттең психикаһы бала тапҡанды ҡарап тороуҙы ла күтәрмәй.
Йәки Ҡытайҙа үткәрелгән тәжрибәне генә алайыҡ. Ирҙәрҙең тәненә ток ебәрелгән датчиктар беркетеп, улар аша ҡатын-ҡыҙ тулғаҡ тотҡанда кисергән ауыртыныуҙы һиҙҙергәндәр. Һөҙөмтә шундай: берәү ҙә быны күтәрә алмаған.
Улайһа, ир ҡатынынан көсһөҙөрәк булып сығамы инде? Бында хаҡлы яҡты табыуы еңел түгел. Шул ғына бәхәсһеҙ: һәр енес үҙ урынында көслө, сөнки беҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан төрлө-төрлө итеп яралтылғанбыҙ. Ҡатын-ҡыҙға өс, дүрт, биш бала табыу ғәҙәти булһа, ир-атҡа был тамуҡ утына тиң. Һәм, киреһенсә, ауыр-ауыр йөктө күтәреү, тау-таш тумырыу, бура бурау ҡатын-ҡыҙға хас булмаған эш һаналып, ирҙәр бурысына инә. Уларға ғына тейешле 456 һөнәр булһа, гүзәл заттың да йорт, ғаиләлә шундай уҡ 456 төрлө бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше бар. Шунан артығыраҡ булмаһа әле!
Шулай икән, ниңә дөрөҫ итеп ярал­тылған донъяны үҙгәртеп маташырға? Ниңә ирҙәргә – ҡатындарҙың, ҡатындарға ирҙәрҙең урынын алырға ынтылырға? Борон-борондан нығынған тигеҙлек ҡанундары боҙолғандан түгелме икән беҙҙең бөтә бәләләребеҙ?..




Вернуться назад