Бөгөн ҡала ерендә бер-бер артлы ярышып тигәндәй ниндәй генә магазиндар асылмай. Дөрөҫөрәге, исемдәре киң билдәле эре сауҙа селтәрҙәре бәләкәйерәк кибеттәрҙе баҙар иҡтисадынан ҡыҫырыҡлай башланы. Ә бына ауыл ерендә, бигерәк тә төпкөлдә, шәхси магазиндарҙың асылыуы халыҡ өсөн отошло. Берҙән, көндәлек кәрәк-яраҡ артынан ҡайҙалыр барырға кәрәк түгел, икенсенән, үҙеңә кәрәк әйберҙе һатыусыларға заказ биреп алдырырға була.Өмөтбай ауылында йәшәгән Алгөл менән Марсель Латиповтарҙың шәхси магазиндарын асыуға өс йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә улар, ауылдаштарының теләген иҫәпкә алып, Магнитогорск ҡалаһынан аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары ташый. Йорт эргәһендә асылған магазинда хужабикә үҙе һата, кәрәк ваҡытта ата-әсәләре лә ярҙам итеп ебәрә.
– Ауылда төпләнеп, балалар үҫтерергә булғас, үҙ эшебеҙҙе асыу хаҡында уйлағанда сауҙа өлкәһенә туҡталдыҡ, сөнки ошоғаса беҙҙә магазин булманы, халыҡ кәрәк-яраҡты күрше ауылдарҙан йәки Баймаҡ ҡалаһынан, Темәс, Асҡар тарафынан ташыны. Артабан да эшебеҙҙе киңәйтергә теләк бар, – ти Алгөл.
Улар өс ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй. Айлина, Айгизә ҡул араһына инеп, өй эштәрендә ярҙамлашһа, Динислам атаһына булыша. Ә бына кескәй Алтынай әлегә бәләкәс.
Ауыл ерендә кешенең йыш ҡына аҡсаһы булмай, күп ваҡытта бурысҡа биреп тә тора Латиповтар. Иң мөһиме – халыҡ ҡәнәғәт булһын, ул саҡта тауарҙарыбыҙ ҙа үтемле, эшебеҙ ҙә алға китер, ти йәш эшҡыуарҙар. Барлыҡ мәҙәни сараларҙа бағыусы булараҡ та ярҙам күрһәтеп, бар эштең уртаһында ҡайнап, ауылдың киләсәге өсөн борсолоп йәшәгән йәштәрҙең артабан да эштәре уң, тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡты булһын.