“Беҙ бит ағас ҡырҡыусы ғына түгел”19.10.2016
“Беҙ бит ағас  ҡырҡыусы ғына түгел” Урмансы тигәс, тәү сиратта диләнкә бүлеп, ағас киҫкән кеше күҙ алдына килеп баҫа. Ә бит, уйлай китһәк, урман хужалығы хеҙмәткәренең бурысы күпкә киңерәк, халыҡ менән килешеү, протокол төҙөүҙән алып ағас ултыртыу, үҫтереү, бура бурау, таҡта ярыуға тиклем. Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә барған үҙгәрештәр әлеге һөнәр эйәләренә йәнә өҫтәмәләр йөкмәтте, әйтергә кәрәк, күп кенә мөмкинлектәр ҙә асты. Ошолар хаҡында Урман хужалығы министрлығында йыл ярым элек барлыҡҡа килгән учреждениеларҙың береһе “Маҡар урмансылығы” миҫалында һүҙ алып барырға булдыҡ. Һорауҙарға урмансылыҡ етәксеһе Сәлим Рәшит улы ХАФИЗОВ яуап бирә.


– Бөгөн урмансылыҡ ниндәй эштәр атҡара һәм ниндәй мәсьәләләр өсөн яуаплы?
– Беҙҙең ойошма “Маҡар урмансы­лығы” дәүләт бюджет учреждениеһы һәм “Ишембай урманы” дәүләт унитар предприятиеһы нигеҙендә барлыҡҡа килде. Дәүләт бюджет учреждениеһының бурыстары Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Маҡар урмансылығы буйынса территориаль бүлегенә һәм беҙгә йөкмәтелде. Ғәмәлдә территориаль бүлек урман эшкәртеү һәм янғын һағын контролдә тотоу менән бер рәттән диләнкә бүлеү, килешеү төҙөүҙәр менән дә шөғөлләнә. Беҙ иһә министрлыҡтан килгән дәүләт заказы буйынса эшләйбеҙ – үҫентеләр ултыртыу, уларҙы ҡурсалау, урманды таҙартыу, ҡартайған ағастарҙы киҫеү, халыҡты һәм предприятиеларҙы ағас материалдары менән тәьмин итеү.
– Ишембай районы – ағасҡа бай төбәк...
– Эйе, райондың 70 проценты урман менән ҡапланған, йәмғеһе – 290 мең гектар. Ошо ҙур зонаны хеҙмәтләндерәбеҙ ҙә инде. Шуға ла беҙҙең урмансылыҡ республикала иң ҙурҙар иҫәбендә. 53 кеше йәмғеһе туғыҙ биләмәне хеҙмәтләндерә.
– Үҫенте ултыртабыҙ, тинегеҙ, районда яҙғы миҙгелдә генә лә бихисап йәш ағас ҡалҡып сыҡты. Был тиклем үҫентене ситтән килтереп бөтөп булмайҙыр ул?
– Беҙ бит ағас ҡырҡыусы ғына түгел, ә урманды шытымынан алып сереп ауған ағасына тиклем ҡурсалаусы ла. Үҫентеләр, әйткәндәй, урманда ғына ҡалҡып сыҡмай, ауыл биләмәләрендә, баҫыуҙарҙа ла шулай уҡ һыҙаттар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Байғужала 6,5 гектар шыршы ултыртылды, Көҙән ауыл Советына шулай уҡ бушлай 10 меңдән ашыу үҫенте тапшырылды. Был әле бер-ике ауыл миҫалында ғына. Дөйөм күләм буйынса һүҙ йөрөтә башлаһаҡ, әлбиттә, ул тиклем ағасты ситтән ташыу – башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Үҫентеләрҙе Маҡар ауылы янында майҙаны 22 гектар тәшкил иткән питомнигыбыҙҙа үҫтерәбеҙ. Әйткәндәй, унда шыршыларҙан башҡа ҡайын-имәнде лә, беҙҙең яҡта быға тиклем үҫтерелмәгән башҡа ағастарҙы ла күрергә мөмкин. Улай ғына ла түгел, питомник учреждениеға “икмәк” тә килтерә әле – үҫентеләрҙе һатып, табыш алабыҙ.
– Тимәк, ағасты ҡырҡыу ғына түгел, ултыртыу ҙа отошло?
– Әлбиттә. Был питомникта беҙ шулай уҡ күпләп ҡарағат, алмағастар ултырттыҡ. Ваҡыты еткәс, емештәренән һут һығып алырға мөмкин буласаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, аҡса аяҡ аҫтында ята. Быйыл боланут йыйҙыҡ та уны матур итеп биҙәлгән төргәктәргә тултырҙыҡ – был проекттарҙың башы ғына әле.
– Ә дауамы нимәнән ғибәрәт?
– Питомник билдәле Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск юлында урынлашҡан. Көнөнә мең машина үтһә лә, бихисап кеше туҡтап ял итер. Юлсыларҙы үҙебеҙҙең ҡунаҡханаларҙа урынлаштырып, мунсала йыуындырып, һут, ҡайнатма һәм шифалы сәй менән һыйлаһаҡ, насармы ни?! Ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ине теләк.
– Тимәк, үҙегеҙҙе үҙегеҙ туйындыра аласаҡһығыҙ. Иҡтисади көрсөк тип һуҡран­майынса, ошондай шәп аҙым­дар яһауығыҙға һоҡланырға, шәп проект­тары­ғыҙҙың тор­мош­ҡа ашыуын теләргә генә ҡала. Шулай ҙа бөгөнгө көнгә әйләнеп ҡайтып, “Ә бы­на халыҡты ағас менән тәьмин итеү нисек ойошторолған?” тип һорағы килә.
– Йорт һалыу, донъяһын йүнәтеү өсөн һәр кемдең дә ағас алырға хоҡуғы бар, иң мөһиме – был хоҡуҡҡа ул мохтаж булһын. Уның ҡарауы, һәр кемдең дә өй йәки мунса бурау өсөн теләге йәки мөмкинлеге юҡ. Ошондай граждандар беҙҙән бураға, таҡтаға йә төҙөлөш өсөн башҡа ағас материалдарына заказ бирә. Бының өсөн махсус таҡта ярыу цехыбыҙ бар, егеттәр “һә” тигәнсә бура бурай.
– Тик... хәҙер бер ауылда ғына ла бер нисә таҡта ярыу цехы бар, бура һатыусыларҙың иғланы ла аҙым һайын тигәндәй.
– Һатып алыусы өсөн һайлау мөм­кинлеге булдырылған заманда йәшәйбеҙ. Был күренештән беҙҙең өлкә лә азат түгел. Эшҡыуар, мәҫәлән, осһоҙораҡҡа һата, әлеге йәһәттән беҙ отолабыҙ, әлбиттә. Уның ҡарауы, шәхси таҡта ярыу цехы гел генә сифатлы материал тәҡдим итәме – быныһы инде икенсе мәсьәлә. Ғөмүмән, шәхси эшҡыуарҙарға конкурентлыҡҡа һәләтле булыуыбыҙҙы дәлилләй-дәлилләй эшләргә тура килә. Монополия күренеше хаҡында күптән оноттоҡ, мал ҡураларын кәртәләргә, фермаларына ремонт яһарға материал талап ителгән колхоздар тарихта ғына ҡалды. Хәйер, ҙур хужалыҡтар яңы технологиялар буйынса эшләй, ана, мал аҫтына хәҙер резина түшәм генә әҙерләй.
Шулай ҙа заман елдәрен үҙ файҙабыҙға бороп эшләү зарур. Әле телгә алған питомниктың перспективалары ла ошоға ҡайтып ҡала.
– Ҡыҙыҡ, урмансылар менән әңгә­мә ҡорғанда, ғәҙәттә, ағас яҙмышы ха­ҡында һөйләшелә, был юлы ҡырағай баҙар ҡанундарына, яңы технология­ларға тиклем төшөп киттек. Күрәһең, бөгөнгө урмансы урмансы булып ҡына ҡала алмай. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар насип булһын.
– Рәхмәт. Эйе, яҡтылыҡ тиҙлеге менән ярыша-ярыша үҫешкән заман бурыс­тарыбыҙға бөтөнләй икенсе ҡараш талап итә. Уның ҡарауы, төп булмышыбыҙға тоғро ҡалабыҙ – урман үҫтереү, уны төрлө бәләләрҙән ҡурсалау һәм тейешле итеп файҙаланыу. Ни тиһәң дә, урман – йәшәү сығанағы.

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.




Вернуться назад