Мәскәү метроһын кем төҙөгән?19.10.2016
“Мосметрострой” барлыҡҡа килеүҙең 85 йыллығы айҡанлы Краснокама районы үҙәге Николо-Березовка ауылында Башҡортостандан метро төҙөүселәр иҫтәлегенә арналған мемориаль таҡтаташ асылды.
Краснокама районының яҙмышы Мәскәүҙә метро төҙөүҙең тәүге йылдары менән тығыҙ бәйле. Был ауыр эштең беренсе этабында, 1935 йылда, Николо-Березовканан һәм яҡын-тирәләге башҡа ауылдарҙан биш мең самаһы кеше ошо ҙур төҙөлөшкә юллана. Уларҙың тырышлығы менән “Сокольники”, “Красносельская”, “Комсомольская”, “Красные ворота” һәм бүтән станциялар барлыҡҡа килә.
Мемориаль таҡтаташта “1935—1937 йылдарҙа ошо ВКП(б) райкомы бинаһында райондағы иң яҡшы биш мең егет һәм ҡыҙҙан торған Мәскәү метрополитенының беренсе сиратын төҙөүселәр отряды ойошторолдо” тип яҙылған. Таҡтаташты Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар һәм Тимерселәр союзы ағзаһы Илшат Ғиләжев эшләгән.