Башҡортостанда — беренсе тапҡыр19.10.2016
Башҡортостанда —  беренсе тапҡыр “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең VII “Факел” корпоратив фестиваленең төбәк турын асыу тантанаһы үтте. Ҙур сара республикабыҙҙың баш ҡалаһында беренсе тапҡыр уҙғарыла.

Фестивалгә “Газпром” компаниялары төркөмөнөң 19 предприятиеһынан 705 ҡатнашыусы килде. Улар алдында ҡурайсы Роберт Юлдашев, Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһында тәрбиәләнеүселәр һәм башҡалар сығыш яһаны. Мәшһүр яҡташтарыбыҙ — опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов, популяр рок-музыкант Юрий Шевчук һәм заманыбыҙҙың иң оҫта дирижерҙарының береһе Владимир Спиваков фестивалдә ҡатнашыусыларға видео ҡотлауҙарын ебәрҙе.
Биш көн дауамында сарала ҡатнашыусылар бер нисә номинация буйынса йөҙгә яҡын концерт номерын жюри хөкөмөнә тәҡдим итәсәк. Улар араһында милли башҡарыусылар ҙа байтаҡ.
“Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов фестивалде ойоштороусылар исеменән сараға булышлыҡ иткән республика, ҡала, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.


Вернуться назад