Иң яҡшы табиптар билдәләнде19.10.2016
ХVI “Иң яҡшы йыл табибы” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында лауреат исемен яулаған Башҡортостандан дүрт табипҡа “Архангел” музей-усадьбаһында ойошторолған тантанала наградалар тапшырылды.

1-се Республика клиник психиатрия дауаханаһы табибы Наталья Толбаева “Иң яҡшы психиатр” номинацияһында еңеү яуланы. Уның коллегаһы, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының табип-терапевы, 2-се терапия бүлеге мөдире Виктор Лузин иһә “Иң яҡшы терапевт” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды. Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы табибы Аэлита Ғөбәйева — “Иң яҡшы кардиолог” номинацияһында, Республика балалар клиник дауаханаһы хирургы, бит-яңаҡ хирургияһы бүлеге мөдире Наил Дәүләтшин “Махсус номинация”ла икенсе урын алды. Әйткәндәй, Наил Дәүләтшин “Йылмайыу” операцияһы” хәйриә проектында ҡатнаша, балаларҙың иренендәге һәм аңҡауындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән операциялар яһай.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Медицинская газета” һәм медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы тарафынан ойошторолған медицина хеҙмәткәрҙәре һәм фармацевтар бәйгеһе быйыл өс этапта, 36 номинация буйынса үткәрелде. Тәүге этапта еңеүселәрҙе медицина ойошмаһындағы коллективтың дөйөм йыйылышында, артабан төбәк комиссияларында һәм Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләнеләр. Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова әйтеүенсә, быйыл илдең 48 төбәгенән 658 табип бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән.


Вернуться назад