Тарихи ҡомартҡыларға хәүеф янай19.10.2016
Тарихи ҡомартҡыларға хәүеф янай “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылды. Документ менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтында, шулай уҡ “Асыҡ Республика” порталында танышырға мөмкин.

Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр кеше хоҡуҡтарына һәм законлы мәнфәғәттәренә ҡағылған әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса дәүләт власының, урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеген күҙәтеүгә йәмәғәт берекмәләрен һәм граждандарҙы әүҙемерәк йәлеп итеүгә йүнәлтелә. Законды Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарын (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын) һаҡлап ҡалыу, файҙаланыу һәм танытыу өлкәһендә йәмәғәт контроле мәсьәләләрен регламентлаған норма менән тулылан­дырырға тәҡдим ителә.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, граждан­дарға, йәмәғәт берекмәләренә һәм коммер­цияға ҡарамаған башҡа ойошмаларға проектҡа контроллек итеү хоҡуғы бирелә.
– Әлегә тиклем республика ҡануниәтенә күп фатирлы йорттарға идара итеү, дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу һәм төҙөклән­дереү, коммуналь хеҙмәт күрһәтеү өлкә­һендә йәмәғәт контролен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән нормалар индерелгәйне. Бындай яңы­лыҡтар ыңғай йоғонто яһаны. Шуға күрә уларҙы мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса мөнәсәбәттәргә лә күсерергә ҡарар иттек. Әле илебеҙҙә мәҙәниәт ҡомарт­ҡыларына бәйле хәл шәптән түгел: улар емерелә, һаҡлау зоналарында төҙөлөштәр алып барыла. Тимәк, ғәмәлдәге хоҡуҡи алымдар үҙ бурысын үтәй алмай, – тине Константин Толкачев. – Бындай шарттарҙа халыҡтың, бойондороҡһоҙ йәмәғәт институттарының ярҙамы кәрәк. Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр ҡабул ителһә, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, файҙаланыу, танытыу, уларҙы дәүләт тарафынан һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлекте регламентлаған акттарҙы тикшереү, анализлау, баһалау мөмкинлеге тыуасаҡ. Яңылыҡтың маҡсаты – дәүләт идараһының һәм власть менән йәмғиәт араһындағы бәйләнештең һөҙөмтәлелеген арттырыу.
“Башҡортостан Республикаһы халыҡ­тарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проекты буйынса тәҡдимдәр 17 ноябргә тиклем ҡабул ителә.




Вернуться назад