Бергәләшеп эшләүгә етмәй19.10.2016
Бергәләшеп эшләүгә етмәй Өфөлә Рәсәй энергетика йыйыны һәм “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара, “Йылылыҡ менән тәьмин итеү. Электроника. Кабель” тигән ике ҙур күргәҙмә асылды.


“Трансформер”, “Сонэл”, “Матрица”, “Текафар”... Залда илдең төрлө төбәк­тәренән килгән 150-нән ашыу компания­ның тауарҙары ҡуйылған. Улар араһында Өфөнөң “ПНГК”, “Уфагорсовет”, “ЛЕД-Урал” һәм башҡа ойошмалары етештер­гән кабелдәр, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ биреү ҡорамалдарының урын алыуы ла – ҡыуаныслы күренеш. Һәр предприятие вәкиле бер-береһенең эше менән ҡыҙыҡ­һына, яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Ана, “Башэл” компанияһы янында ла йәнлелек. Ойошма ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында сифатлы эше менән танылып өлгөргән. Тәүҙәрәк предприя­тиеларҙы электрон сәнәғәт тауарҙары менән тәьмин итһәләр, бер аҙҙан был йүнәлештәге эшмәкәрлеген йәнә киңәйтәләр. Бөгөн уларҙың тауарҙарын “Электроника” магазиндарында һатып алырға була.
Эйе, заман алға бара, тармаҡта көндән-көн тигәндәй етди үҙгәрештәр күҙәтелә. Хатта бер нисә йыл элек кенә ҡулланы­лышҡа ингән ҡорамалдың бөгөнгө ихтыяждан төшөп ҡалыуы ла ихтимал, сөнки халыҡ энергияны аҙ сарыф иткәнен, ҡулайлырағын һайлай. Тап шуға ла энергетиктарҙың күрһәтер эше, бүтәндәргә тәҡдим итер продукцияһы, уртаҡлашырҙай тәжрибәһе тыуып тора.
Бергәләшеп эшләүгә етмәйСараны республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов асып, йыйындың тармаҡты үҫтереү буйынса эшлекле һәм һөҙөмтәле ҡарар­ҙар ҡабул итеү өсөн мөһим майҙансыҡ булыуын билдәләне.
Унан һуң ҡунаҡтар күргәҙмәгә ҡуйылған әйберҙәр менән ҡыҙыҡһынды, республикала электр уты биреүсе сығанаҡтар, ошо өлкәне үҫтереүгә көс һалған алдынғы эшселәр хаҡындағы бай күргәҙмә менән ихлас танышты.
Һәр тармаҡтың киләсәге, үҫеше – белемле, аныҡ маҡсатлы йәштәр ҡулында. Шуға ла сарала баш ҡаланың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, аспиранттар күп ине. “Йәштәр йыйы­ны”нда улар Дмитрий Шаронов, шулай уҡ энергетика тармағы етәкселәре менән осрашты, фекер алышты. Кисә шулай уҡ энергия ресурстарын һаҡлауға арналған фестиваль дә үтте. Ул да киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, моғайын.
Форум барышында Рәсәй Энергетика министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм ил төбәктәренең профилле министр­лыҡтары вәкилдәре ҡатнашлығында 25-тән ашыу сара уҙғарыласаҡ.
Йыйындың пленар ултырышы иһә 21 октябргә планлаштырылған. Сара сиктәрендә республикала тәүге тапҡыр БДБ илдәренең электр энергетикаһы советының 50-се ултырышын үткәреү күҙаллана. Унда Азербайжан, Әрмән­стан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан вәкилдәре ҡатнаша.
Дәүләт һәм бизнес вәкилдәре. Улар бергә йәнәш булып, үҙ-ара эшмәкәрлек ышанысҡа ҡоролоп, бер-береһенә ярҙам иткәндә генә алға китеш күҙәтеләсәк. Шуға ла йыйындың программаһына ярашлы уҙған саралар ҡатнашыусыларға тәжрибә уртаҡлашыуҙа, алдынғы проект­тарҙы тормошҡа ашырыуҙа, бәйләнеште нығытыуҙа ҙур ярҙам буласаҡ тип көтөлә. Былар барыһы ла – заман талабы.



Вернуться назад