Күңелдәргә ҡороп аҡ тирмәләр...18.10.2016
Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле,
Бар Ватанға тора күренеп.
Яҡты моңға,
Наҙ-һағышҡа тулы
Аҡ тирмәле халҡым күңеле... –

тип яҙған ине уҙған быуаттың 80-се йылдарында Ҡәҙим Аралбаев. Бөгөн инде милләт яҙмышын үҙ иңендә оло бер сабырлыҡ һәм ғорурлыҡ менән күтәрешеп килгән халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булған аҡһаҡалыбыҙ үҙенең 75 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы, 21 октябрҙә киске сәғәт 7-лә “Актерҙар йорто” бинаһында шағирҙың ижад кисәһе үтәсәк. Кисәлә шағирҙың ҡәләмдәштәре, яҡташтары һәм Ҡазан, Һамар ҡалаларынан дуҫтары көтөлә.
Бар ғүмерен халҡы яҙмышына арнаған, үҙенең ҡотло ижады менән милләттәштәрен рухландырған олуғ әҙибебеҙ йыйған ҡорҙан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, замандаштар!
...Усағыңда ҡай саҡ утың һүнһә,
Хафаларға һалып “аһ!” тимә.
Тоҡаныр ул утың –
Күңелеңдә
Гел ҡороулы торһа аҡ тирмә...




Вернуться назад