Ел, “Көмөш Аҡбуҙат!”18.10.2016
Ел, “Көмөш Аҡбуҙат!” 26 – 28 октябрҙә Өфөлә III халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кинофестивале уҙғарыла. Конкурс программаһына 24 фильм һайлап алынған, шуларҙың туғыҙы – документаль, һигеҙе – тулы метражлы һәм етәүһе ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм.


Тәҡдим ителгән эштәрҙең географияһы киң: Монголия, Иран, Ҡаҙағстан, Афғанстан, Бангладеш, Ҡырғыҙстан, Мысыр һәм Сирия, Украина һәм Әрмәнстан, шулай уҡ Рәсәйҙең Башҡортостан, Татарстан, Ҡабарҙа-Балҡар һәм башҡа төбәктәре.
Программаға Башҡортостан режиссерҙарының өс эше индерелгән. Ҡыҫҡа метражлы фильмдар араһында Татьяна Перцеваның “Бубен Верхнего мира” һәм Айнур Асҡаровтың “Пилорама” тигән эше бар. “Документаль фильм” номинацияһында Радик Килмәмәтов “Күңел йыры”н тәҡдим иткән.
Конкурстан тыш программа сиктәрендә Башҡорт киноһы көнө үтә. Был көндә Башҡортостанда төшөрөлгән иң яҡшы анимация, документаль һәм нәфис фильмдар күрһәтелә. Икенсе конкурстан тыш программа – “Рәсәй төбәктәре фильмдары”, унда милли һәм этник йүнәлештәге кино күрһәтеү ҡаралған.
Фестивалдә II “Башҡорт дебютанттар питчингы” үткәрелә. Уны Рәсәй Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге ойоштора.



Вернуться назад