Һуңғы осош көндәре18.10.2016
Һуңғы осош көндәре Октябрь айында бал ҡорттарының геүләп осоуын йылы көндәрҙә генә күҙәтергә мөмкин. Уларҙың был шөғөлө ярты сәғәттән дә артмай. Шулай ҙа һауа температураһы 12 градус самаһы торғанда, айырым бал ҡорттарының осоуын көнө буйы күрергә була. Бөтә күс ояла эшһеҙ ҡалып, тыныс ҡына йәшәгәндә, ҡайһы берҙәренең осоуы — умартасы өсөн таныш күренеш. Йәй көнө эшләп ҡартайған был ҡорт умартаға кире ҡайтмай, хәллерәктәре умартанан алыҫҡараҡ китеп, ә ҡайһылары яҡын-тирәлә үк ҡолап үлә.


Умартасы ҡышҡа әҙерләнә

Оянан осоп сыҡҡан йәш ҡорт умарталыҡты, уның тирә-яғын, туғайҙарҙы тикшереп ҡайта. Әгәр ул умартасы онотоп ҡалдырған баллы һауытты йәки рамдағы балды тапһа, был табышты ояға ташып алырға бөтә эшсе ҡорттарҙы йәлеп итеүе ихтимал. Бал ҡортоноң зирәклеген аңлаған умартасы өйҙө, келәтте ныҡ яба, умарталыҡта уларҙың иғтибарын йәлеп итерлек нәмә ҡалдырмай.
Һауа торошоноң үҙгәререн бер нисә көнгә алдан белгән бал ҡорттары, һуңғы йылы көндән файҙаланып, ашҡаҙан-эсәктәрен таҙартыу маҡсатында барыһы ла дәррәү оса. Уларҙың һуңғы тапҡыр осоуы айырым йылдарҙа айҙың төрлө ваҡытына тура килә. Мәҫәлән, 1974 йылда улар октябрҙең 28-ендә, 1987 йылда 20-һендә осто.
Ҡайһы бер умартасылар бал ҡорттарына һуңғы осош яһарға ярҙам итеү өсөн умарта кейәһенә көндөҙгө ҡояш нурҙары төшөрлөк итеп, уны саҡ ҡына бороп ултырта, ҡапҡастарын һәм йылытҡыс мендәрҙәрҙе ала. Киндер япмаға төшкән ҡояш нурҙары ояны йылыта, ҡорттарҙың осоуын еңеләйтә.
Ҡортсо уларҙың һуңғы осҡан көнөн дәфтәргә (махсус журналға) йыл һайын яҙып бара.
Һуңғы осоштан һуң көндәр һы­уынғас, күс ҡышҡы өйкөмгә уҡма­ша, һәм ул яҙға тиклем һаҡлана.
Тотороҡло һалҡын көндәрҙә, октябрь аҙағында бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡы баҙҙарға урынлаштыра башлайҙар.

Ҡышлау урыны

Урмандарҙа йәшәгән ҡырағай бал ҡорттары ағас ҡыуышлығында, солоҡтарҙа, ерҙә ҡышлай һәм йәй иркен үрсей. Ә умарталыҡтағы бал ҡорттары күп осраҡта йылы баҙ­ҙарҙа ҡышлай. Умартасылар бал ҡорттары баҙында һауа температу­раһын ике-дүрт градус тирәһендә тота.
Ҡышлатыу бинаһында һауа алмашынып торһон өсөн елләтеү төнлөктәре булыуы мөһим. Тамбур аша иҙәндә урынлашҡан торбанан тыштан ҡоро һауа баҙға инә, ә түбәләге торбалар аша биналағы дымлы һауа тышҡа сығарыла. Түбәләге торбаларҙың тышҡы өлөшөн яҡшылап ҡапларға кәрәк. Әгәр улар йылытыл­маһа, эсендә һалҡындан хасил булған һыу тамсылары кире бинаға тамып төшә. Был хәл, үҙ сиратында, ҡорт баҙының дымланыуына килтерә. Түбәлә урын­лашҡан торбаларҙың дөйөм майҙаны һәр бал ҡорто ғаиләһенә алты-һигеҙ квадрат сантиметр иҫәбенән яһала.
Бал ҡорттарының таҙа һәм ҡоро баҙҙа яҡшы ҡыш­лауын иҫәпкә алып, унда һауа алмашыныуҙы ойоштороу бик мөһим. Күп һәүәҫкәр умартасылар ҡышҡы­лыҡҡа күс­тәрҙе үҙҙәре йәшәгән өй баҙына ҡуя. Унда һауа температураһы бер-туғыҙ градус кимәлендә һаҡлана. Баҙҙа һауа температураһы туғыҙ градусҡа күтәрелгәндә, айырым ҡорттарҙың өйгә осоп сығыуы күҙәтелә. Был осраҡта умартасылар, баҙ төнлөгөн асып, уны һыуыта. Өй баҙында ҡышлаған умарталарҙың өҫкө һәм аҫҡы кейәләре асыла, йылытҡыс мен­дәрҙәр бөтөнләй алып ҡуйыла.
Аҙыҡ запасы етерлек икән, күстәрҙең үлеү осрағы булмай. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа йылы баҙҙарҙа ҡорттарҙың яҡшы ҡыш­лауы күҙәтелә. Шуны иҫәпкә алып, ҡайһы бер умартасы бал ҡорто баҙын йылытыр өсөн көсһөҙ генә электр йылытҡысын файҙалана һәм биналағы һауа температура­һын ҡышҡы осорҙа дүрт-алты градус самаһында тота. Һөҙөм­тәлә уның күстәре яҡшы ҡышлай, яҙын тиҙ үрсей.
Башҡортостанда күстәрҙе тышта ла (ҡар аҫтында) ҡышлатырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр ҡышҡа умарталарҙы йәйге урындарында ҡалдыра. Ә икен­селәре, ҡар яуып һыуытҡас, уларҙы бер урынға йыйып ултырта. Бының өсөн майҙан­ды ҡарҙан таҙартып, ҡоро япраҡ йәки бер аҙ бесән, һалам түшәйҙәр. Майҙанға дүрт рәт кәртә һалып, шул кәртәләр өҫтөнә, кейәләрен уртаға (эс яҡҡа) ҡаратып, умар­таларҙы ике рәткә теҙеп ултырталар. Уларҙың өҫтө махсус мен­дәр­ҙәр менән йылытыла һәм ҡапҡастары ябыла. Кейәләр асыҡ көйө ҡала. Умарталар араһында һауа үтеү өсөн 15 – 20 сантиметр урын ҡалдырыла, тирә-яғы һалам йәки бесән менән ҡаплана. Умар­таға һуңғы ямғыр һыуы үтеп инмә­һен өсөн уның өҫкө яғын толь йәки полиэтилен ярыһы менән ҡаплай­ҙар. Ҡар яуғас, бөтә умарталар ҡар менән күмелә һәм ҡорттарға ҡышлау өсөн тейешле шарттар тыуа.
Ҡар аҙ яуып, көҙгө көндәр ныҡ һалҡын торһа, бал ҡорттарына ауырға тура килә. Күп кенә һәүәҫкәр умар­тасылар бынан ҡотолоу өсөн былай эшләй: умартаның дүрт мөйөшөнә дүрт бағана (30 – 40 сантиметр ара ҡалдырып) ҡаға һәм шул бағаналарҙы толь менән уратып, еп менән бәйләй. Умарта менән толь араһындағы бушлыҡҡа аҙ ғына яуған беренсе ҡарҙы йыйып тултыра. Ҡар тултырғанда, һауа алмашынып торһон өсөн уны та­парға (нығытырға) кәрәкмәй. Ҡар аҫтында ҡышлаған умарта тирә­һендә 5 – 20 сан­тиметрҙа ҡар иреп, ҡыуыш хасил була. Был ҡыуыш­та һауа температураһы дүрт-биш градус самаһы һаҡлана. Күстәре ишле булған бал ҡорто ғаиләләре һыуыҡҡа бирешеп бармай, ә дымға түҙмәй. Шуға кү­рә, күстең ҡайҙа ҡышлауына ҡара­маҫтан, оянан дымлы һауа сығып торһон өсөн балауыҙ һәм ҡорт елеме менән ныҡ һыланған киндер япмаларҙы таҙалары менән алмаштырыу шарт. Йәки ояны артҡы яҡтан өс-дүрт миллиметр самаһы еткермәй ябырға кәрәк. Сүстән, мамыҡтан яһалған йылытҡыс мен­дәр­ҙәрҙе мүктән, ҡамыштан, һа­лам­дан яһалғандары менән алмаштырыу ҙа файҙалы була. Ҡайһы бер умартасы, ҡорт күсе яҡшылап урынлашҡас, умар­та­лағы рамдар һанын (күстең көсөнә ҡарап) кәметә. Умартаны ике яҡлап һәм өҫтән ҡалын мендәр менән йылыта. Оянан һауа сығып торһон өсөн киндер япманы артҡы яҡтан өс миллиметр киңлегендә еткермәй яба. Аҫҡы һәм өҫкө кейәләрҙе өс-дүрт сантиметрҙай асыҡ ҡалдыра. Туңдыра башлағас (беренсе ҡар яуыр алдынан), умартаны бер ҡат толь менән урай (кейәләр тапҡы­рында ҡыуыш ҡалдырып), ике урындан еп менән бәйләй. Ҡар яуыу менән умартаны яртыһына тиклем ҡар менән күмә. Ҡар икенсе тапҡыр яуғанда, умартаны түбәһе­нә тиклем күмә. Шулай итеп, ҡар аҫтында һәр ҡорт ғаиләһенең үҙ йорто хасил була.
Белеп эш иткәндә, саф һауала ҡорттар яҡшы ҡышлай. Яҙ көнө улар бала тәрбиәләүҙе иртәрәк башлай, көслөрәк була һәм дәррәү үрсей.
Умартасы был айҙа умарта­лыҡты кәртәләй, ағас ултырта, умарта аҫтындағы бағаналарҙы алмаштыра, ҡорт баҙҙарына сысҡандарға ҡаршы ағыулы аҙыҡ һала. Ҡышҡы осорҙа бал ҡорттары рамдан рамға иркен күсеп йөрөһөн өсөн киндер япма аҫтына бер сантиметр йыуанлығындағы ике-өс сыбыҡ һала.

Быны белергә кәрәк

Умарталыҡта һәм файҙаланыл­май ятҡан уңайһыҙ буш майҙандар­ҙа бал һуты биргән ағас һәм ҡыуаҡ­лыҡтар ултыртыу мәле етте.
Умарталыҡтағы был ағастар бал ҡорттарын ҡояш эҫеһенән һәм көслө елдәрҙән һаҡлап, улар ояларына осоп ҡайтҡанда йүнәлеш биреүсе булып хеҙмәт итһә, умартасыны иһә төрлө емеш-еләк менән һыйлай.
Умарталыҡта ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, әлморон, балан, миләш, муйыл, сирень, алма, сейә, йүкә, тал һәм башҡа ағастар үҫтереү файҙалы. Был мөһим эшкә уҡыусыларҙы, буласаҡ йәш умарта­сыларҙы, йәлеп иткәндә бигерәк тә яҡшы булыр.

И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.



Вернуться назад