“Ки-ки-ри-күк! Торамын иртүк…”18.10.2016
“Ки-ки-ри-күк! Торамын иртүк…” Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын – әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона үҙенсәлекле йәм биргән, көн дә борғоһон ҡысҡыртып, йоҡонан уятҡан һәм яҡшы кәйеф өләшкән дә ошо йорт ҡошо.

Әтәсте нисек һайларға?


Әгәр һеҙ тауыҡтарҙы бер генә миҙгел тотоп, маҡсатығыҙ тик йомортҡа алыу икән, әтәсһеҙ ҙә була. Тик йомортҡаны инкубаторға ҡуйыу өсөн ул мотлаҡ кәрәк. Әтәс булғанда тауыҡтар дәррәү, бер тәртиптә йөрөй. Йомортҡаны ла “батша”лары булған саҡта яҡшыраҡ һалалар. Мәҫәлән, эре ҡошсолоҡ фабрикаларында махсус рәүештә ваҡыты-ваҡыты менән әтәс тауышын ҡысҡыртып алалар. Әлбиттә, йомортҡаның тәме туранан-тура әтәскә бәйләнмәгән, ә аҙыҡтан тора. Бына нисек ашауҙары – әтәстән. Тағы шуныһын да әйтергә кәрәк: аталанмаған йомортҡа оҙағыраҡ һаҡлана икән.
Әгәр һеҙҙең тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнеп, яҡшы себештәр алғығыҙ килһә, әтәсһеҙ булмай. Кү­берәк тауыҡ тоторға ниәтләһәгеҙ, хатта ике-өс әтәс кәрәк. Тауыҡтар менән әтәс нисбәте тура килмәһә, аталанмаған йомортҡа һалыуҙары мөмкин. Шуға бер “хужа”ға уртаса ете-һигеҙ тауыҡ тура килеүен оноторға ярамай. Әлбиттә, күп нәмә әтәстең “дәрте”нә бәйләнгән. Был йәһәттән уның тоҡомона ла ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, йомортҡа тоҡомло ҡоштар әүҙем була. Ә ит-йомортҡа тоҡомлолар аҡрын, бик үк хәрә­кәтсән түгел. Әйтәйек, тәүгеләренең әтәсенә 12-15 тауыҡ кәрәк булһа, икенселәренекенә алты-һигеҙ етә.
Тоҡомға әтәс ҡалдырыр өсөн тәүҙә уның үҙен тотошон күҙәтергә кәрәк: тауыҡтар менән “ҡыҙыҡһы­намы”, күршеләрҙекенә ҡарамаймы, таламаймы… Йомортҡа тоҡомло әтәстәр дүрт-биш айҙа, йәғни тиҙ өлгөрә. Нәҡ ошо осорҙа уларҙың әүҙемлеген күҙәтергә мөмкин. Тоҡомға һайлағанда, шулай уҡ кәүҙә төҙөлө­шөнә, уны тотошона, кикрек, хатта ҡойроҡ үҫешенә иғтибар итәләр. Тик һау әтәстән генә тауыҡтар сәләмәт себештәр сығарырлыҡ йомортҡа һала.
Ит-йомортҡа тоҡомло ҡоштар һуңыраҡ, биш-алты айҙа өлгөрә. Аҫрар өсөн һайлағанда ауырлығына һәм ит-мускул төҙөлөшөнә иғтибар итеү мөһим. Бындай тауыҡтар ике йүнәлеш­тә – ит һәм йомортҡа – берҙәй эш­ләй. Ундайҙарҙан беҙҙең яҡта род-айланд тоҡомлоһо киң таралған. Улар ҡыҙыл төҫтә булып, ҡыҙғылт-һоро йоморт­ҡа һала. Бер әтәскә ете-һигеҙ тауыҡ булғанда, инкубатор өсөн сығышы 98 процент булыуы мөмкин.
Ит тоҡомло әтәстәр бик үк әүҙем түгел. Ундайҙарға кохинхин, брама һәм фавероль инә. Был төр әтәстәр биш-алты тауыҡты ҡарап йөрөтә ала. Ғөмүмән, то­ҡом­ға ҡал­дырғанда уның стандартына, йәғни тура килгән сифатына, ҡарарға кәрәк. Ит тоҡомло әтәстәр һуңыраҡ өлгөрә. Әйтә­йек, йомортҡа һалыусы­лар­ҙың әтәсен дүрт-биш айҙа һай­лап алып ҡа­лып булһа, ит­текеләрҙең ете-туғыҙ айҙа саҡ аталыҡ сифаттары асыла. Шуға то­ҡомға тәүҙә бер нисә әтәс ҡалдыралар ҙа аҙаҡ һайлап алалар.
Һайлағанда әтәстәрҙең, хәрәкәтсән, әүҙем булыуы ме­нән бер рәттән, ныҡлы ашауын, тауыҡтарға иғтиба­рын да иҫәпкә алырға кәрәк. Би­герәк тә ҡоштарҙың ҡауыр­һыны, йөнө ялтырап торорға, тигеҙ булырға тейеш. Был уның һаулығы тураһында һөйләй. Тағы мөһим талап – тауыҡтарҙың әтәс менән дуҫ булыуы шарт. Был нилектә сағыламы? Әтәс ҡайҙа, тауыҡтар шунда булһа, яҡшы. Әтәс бер-ике тауыҡты ғына эйәртеп, башҡаларға иғтибар итмәһә, ҡоҙғон кеүек башҡа ҙур ҡоштар, эт-маҙар килгәндә хәүеф барлығын белдер­мәһә, ундайҙы тотоуҙан файҙа юҡ.
Әгәр ҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында һеҙҙең 30-40 тауыҡ булып, бер генә әтәс ҡалһа, себеш сығарыу өсөн 9-12 тауыҡты һайлап алалар. Улар тән төҙөлөшө, ашау яғы, башҡа сифаттары менән яҡшы, башҡаларҙан өҫтөнлөклө булырға тейеш. Уларҙы айырып, әлеге әтәс менән ҡушып ҡуялар. Бының өсөн үҙҙәренә айырым бүлмә, йөрөр өсөн урын булырға тейеш. Биш-алты тәүлектән инде инкубация өсөн йомортҡа алына. Тик селекция эшен алып барып ҡына, тейешле тоҡом ҡоштарын булдырырға мөмкин.

Һалҡындар етте.
Һарайың йылымы?


Тауыҡтарҙы тотоу өсөн һарай төҙөр алдынан йәки башҡа бинаны ҡоштарға йүнәтеү өсөн алдан маҡсатыңды белергә кәрәк: иткә бройлер аҫрайһың­мы, себеш сығарырға инкубацион йомортҡа алаһың­мы, әллә ашарға-һатыу итергәме? Яҡшы микрокли­мат тыуҙы­рылып, туҡлыҡлы, витаминлы аҙыҡ ашат­һаң, ниндәй маҡсатта тотоуға ҡарамаҫтан, ҡоштар тейешлеһен бирер, ауырымаҫ, табыш килтерер. Был ситлектә тотҡандарға ла, иркендә йөрөгәндәргә лә ҡағыла.
Фермер һәм шәхси хужалыҡтар өсөн иң ҡулай ысул – иҙәндә тотоу. Бының өсөн ҙур капиталь биналар ҙа, ҙур булмаған ыҡсым һарайҙар ҙа ҡулай, йәғни 10 ҡоштан башлап, меңәрләп тәрбиәләргә мөмкин. Ләкин бәләкәй майҙанда күберәк аҫрарға теләһәгеҙ, ситлекһеҙ булмай. Был инде шәхси хужалыҡтар өсөн өҫтәмә сығым талап итә.
Эшен башлап ҡына тороусыға әҙер бинаны фай­ҙа­ланыу ҡулай. Ул яҡшы елләтелергә, ҡоштар тора­саҡ урын яҡты, ҡоро булырға тейеш. Әгәр элекке һы­йыр, башҡа мал тотолған ферма икән, эстәге ер­ҙең өҫкө ҡатламы тулыһынса алынып, яңыһы һалы­на. Ҡом, балсыҡ йәйелеп, тығыҙларға ла мөмкин. Иҙән тыштағы ерҙән бейек булырға тейеш. Бина эске яҡлап 10-20 процентлы эзбиз иҙмәһе менән буятыла.
Шәхси хужалыҡтарҙа һарайҙы тотоласаҡ тауыҡ иҫәбенә ҡарап яһайҙар. Әҙер бина булғанда иһә, киреһенсә, ошо бина ҙурлығына ҡарап ҡоштар алы­на. Вентиляция мәсьәләһен мотлаҡ уйларға кәрәк. Әйтәйек, киңлеге туғыҙ метрға саҡлы булһа, тәҙрә уйымдары ла саф һауа менән тәьмин итә ала. Ә күпләп тауыҡ тотһаң, бина киң, оҙон булһа, түбәгә вентиляция торбалары ҡуйырға кәрәк.
Иҙән бетон, асфальт, балсыҡ, таҡта булырға мөм­кин. Ләкин ҡоштарҙың аҫтарына барыбер түшәргә кәрәк. Быны һәр хужа үҙенсә башҡара: һалам, торф, ағас онтағы йәйә. Йәйер алдынан бер квадрат метрға ярты килограмм иҫәбенән эзбиз һибелә. Ул дымды үҙенә һура, дезинфекциялау сараһы ла булып тора.


Вернуться назад