Балаға урын – уртанан18.10.2016
Малайзияның һәм Сингапурҙың ҡайһы бер авиакомпанияларына эйәреп, яңыраҡ Һиндостандағы IndiGo лоукостеры ла үҙ самолеттарында “тыныс” зоналар булдырған. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, 1-се – 4-се һәм
11-се – 14-се рәттәргә бәләкәй балалы пассажирҙарҙы үткәрмәйҙәр.



Компания етәкселегенең маҡ­саты – рейс буйы эргәһендәге сабый­ҙарҙың шаярыуын һәм илауын тыңлап барырға теләмә­гәндәргә уңайлы мөхит тыуҙырыу. Әлбиттә, ундай урынға билет ҡим­мәтерәк буласаҡ, тик әлегә ни саҡ­лыға икәне билдәле түгел. Һин­достандағы күп кенә пасса­жирҙар яңылыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу белдергән дә инде. Улар шау-шыулы юлдаштарынан арыраҡ ултырыу өсөн өҫтәмә хаҡ түләргә әҙер.
Ризаһыҙҙар ҙа табылған. “Өлкәндәр өсөн зона” проектын айырыуса йәмәғәт ойошмалары тәнҡитләй икән. Авиакомпанияны балалары менән сәйәхәт итеүсе­ләрҙең хоҡуҡтарын сикләүҙә ғәйепләйҙәр.



Вернуться назад