Беҙ белмәгән Ленин18.10.2016
“Беренсе канал” Ленин тураһында 12 сериянан торған документаль фильм төшөрә башлаған. Авторҙарының ниәте буйынса, ул тарихта Владимир Ильичтың шәхси тормошо, холоҡ-фиғеле, ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге тураһында фәҡәт ысынды һөйләгән тәүге картина буласаҡ.

Фильмдың сценарийы архив­тарҙа, шулай уҡ “ете йоҙаҡ аҫтында” һаҡланған 20 мең самаһы документҡа, Ленин менән бер дәүерҙә йәшәгән кешеләрҙең хәтирәләренә, бүтән мәғлүмәт сығанаҡтарына таянып яҙылған. Рәсәй империяһының сәйәси полицияһы, прокуратура кеүек органдарҙың йәшертен документтары, төрлө илдәрҙәге хоҡуҡ, суд психиатрияһы, криминология, медицина һәм башҡа өлкә белгес­тәренең ғилми тикше­ренеүҙәре файҙаланылған. Проект хаҡында “Бер кем дә белмәгән образ” һәм “Лениндың биохроникаһы замандаштары аңында” тип алхәбәр биреүҙәренә ҡарағанда, илебеҙ халҡының бер нисә быуыны өсөн бөйөк юлбашсы булған был шә­хестең тарихи әһәмиәтенә яңынан баһа биреү күҙ уңында тотола.


Вернуться назад