Балаларҙың хыял ҡанаттары талмаһын18.10.2016
Күмертауҙағы Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенә махсус спорт тренажерҙары һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшырылды.
15 йыл элек асылған учреждениеға республикабыҙҙың 16 районынан балалар йөрөй. Әлеге ярҙам Рима Баталованың “Милләт йәштәре” фонды менән республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының берлектә тормошҡа ашырған “Хыял ҡанаттарында” проектына ярашлы күрһәтелде.
Был көндө үҙәктә тәрбиәләнеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр байрам концерты әҙерләне. Ә Рима Баталова үҙәктәге шарттар менән танышты.