Ултыр әле ял итергә...18.10.2016
Ултыр әле ял итергә... Баш ҡалабыҙҙа тәүге парклет асылды. Сағыу майҙансыҡ Баҡалы урамында “Болоттар” заманса сәнғәт үҙәгенә ҡаршы урынлашҡан.

Парклет – автомобилдәр туҡталҡаһы урынында йәйәүлеләр ялы өсөн асылған кескәй майҙансыҡ ул. Проекттың авторҙары – Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы студенттары Мария Егорова, Павел Куфтерин, Әлмира Ғаймалетдинова. Был эште улар “Таврида” Бөтә Рәсәй форумында алған грант иҫәбенә башҡарҙы. Студенттар ҡала ихаталарын төҙөкләндереү өсөн универсаль өлгөләр төҙөнө.
Парклетта махсус мәғлүмәт таҡтаһы ла бар. Унда арт-объектты нисек файҙаланыу йәһәтенән кәңәштәр бирелгән.


Вернуться назад