Урам аша нисек сығырға?18.10.2016
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары Өфөләге тағы ла бер уҡыу йортон контролгә алды. Бында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәй.
Хоҙайбирҙин урамындағы 2-се лицей эргәһендә тейешле Т7 светофоры, юл билдәләре генә түгел, йәйәүлеләр өсөн һыҙаттар ҙа юҡ. Балалар мәктәп ихатаһынан сығыу менән автомобиль юлына эләгә. Юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, талаптарға ярашлы, был ерҙә юлдың ике яғынан кәмендә 20 билдә ҡуйылырға тейеш.
Әйткәндәй, белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләгәндә ЮХХДИ идаралығы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тейешенсә үтәлмәгән 80 мәктәпте асыҡланы. Ошоға бәйле 98 вазифалы кеше, 35 ойошма административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.