Өфө — донъя эшҡыуарлығы үҙәге18.10.2016
Һиндостанда Нью-Делиҙа ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың икенсе форумы менән таныштырҙылар. Йыйын 1-2 декабрҙә Өфөлә уҙғарыла. Был турала Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев һөйләне.

Беренсе форум уңышлы үткәйне. Шуға күрә Башҡортостандың баш ҡалаһында бындай сараны йыл да ойошторорға ҡарар ителде. Тиҙҙән Өфө сираттағы форумды ҡабул итәсәк. Унда Рәсәйҙең 30 төбәгенән һәм сит илдәрҙән 700-ҙән ашыу вәкилдең ҡатнашыуы көтөлә. Делегаттар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа аҡсалата һәм инфраструктура йәһәтенән булышлыҡ итеү, төрлө өлкәләрҙә үҫеште дәртләндереү мәсьәләләрен тикшерәсәк.


Вернуться назад