Оло Эйек ҡыҙын ололап...18.10.2016
Оло Эйек ҡыҙын ололап...Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваны һуңғы юлға оҙатҡанда баш ҡалабыҙҙың Ленин урамы буйлап тотошлай халыҡ ағымы һуҙылған ине, ти шаһиттар. Хәҙер иһә, шул ваҡыттан егерме йыл уҙғас, йәшенән алып олоһона тиклем әҙибәгә һәйкәл асыу тантанаһына юлланды. Араларында ҡала хакимиәте етәкселәре, ҡәләм эйәләре, йәштәр һәм "оло эйек буйында"ғылар ҙа күренә ине.
Халыҡ яҙыусыһының һыны Өфө Сервис һәм һөнәрселек колледжы янындағы скверҙа урынлаштырылған. Бында эскәмйәләр ҡуйыл­ған, йәйәүлеләр юлдары һалынған, миләш ағастары ултыртылған. Ҡыҫ­ҡаһы, халыҡҡа тағы бер ял урыны булдырыл­ған. Әйткәндәй, 2,8 метрлыҡ бюсты скульптор Владимир Дворник һынландырған.
Оло Эйек ҡыҙын ололап......Һәйкәл эргәһендә милли кейемдәге ҡыҙҙар теҙелгән. Алдына ҡыҙыл келәм йәйелгән, үҙе тирәләй иһә аяҡ баҫырлыҡ та урын ҡалмаған – тамашасы һәйкәлде тантаналы асыу мәлен көтә. Бары бер ҡарабаш турғай ғына Зәйнәб Бии­шеваның магнитофон таҫмаһына яҙҙырыл­ған тауышы моңона берсә аяҡ аҫтындағы келәмгә ҡунып, берсә һауаға талпынды. Янымда торған инәй нурлы күҙҙәрен уға йүнәлтеп: “Апайҙың йәне шатланып осоп йөрөй!” – тип ҡуйҙы.
Сараның рәсми өлөшөн Өфө ҡала хаки­миәте башлығы Ирек Ялалов асты. Артабан башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа ошо тарихи мәлгә ҡыуаныуҙарын белдерҙе. Быға йәнә теге инәй үҙ ҡарашын еткерҙе:
– Телмәрҙе ниңә русса тоторға инде? Һәйкәлде лә бит, ана, илем-телем тип янған әҙибәбеҙгә асабыҙ...
Тантанаға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова менән халыҡ яҙыусыһының улы Тельман Әминев тә саҡырылғайны. Уларға һәйкәлде асыу хоҡуғы бирелде.
Тирә-йүн тынып ҡалды. Әйтерһең, ошо сих­ри мәлде боҙмаҫ, күңелдә һаҡлап ҡалыр өсөн барыһы ла үрә ҡатты. Һын өҫтөнә ябыл­ған аҡ тауар шыуып төшкәс кенә ҡулдарына сәскә гөлләмәләре тотҡан кешеләр шыбыр-шыбыр килде.
Тельман ағайҙың был мәлдәге кисереш­тәрен ҡағыҙ битендә генә һүрәтләп булмай. “Ҡасандан алып әсәйегеҙгә һәйкәл асылырын көтә­һегеҙ?” тигән һорауға:
– Егерме йыл инде... – тине лә яуапты тулыландырып ҡуйҙы, – беләһегеҙҙер, һәйкәл асыу еңелдән түгел... Бер урында һәм бер көндә генә хәл ителмәй бындай мәсьәлә. Шуға ла ошо йәһәттән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, Хөкүмәт Премьер-министры урын­баҫары Салауат Сәғитовҡа, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаға, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм.
Изге ғәмәлдең ауырлығын, ысынлап та, атҡарыусылар үҙҙәре генә беләлер. Ләкин уның һөҙөмтәһе бер көн килеп юҡҡа сыҡмаһын ине. Юғиһә баш ҡалабыҙҙың бер урамына ҡушылған Имай Насыри исеме, билдәле булыуынса, “Зеленогорск” тигәнгә алмаштырылған...


Вернуться назад