Заман мәсьәләләрен берҙәм көс менән хәл итәбеҙ14.10.2016
1917 йыл Башҡорт халҡы тарихында, һис шикһеҙ, тәрән эҙ ҡалдарҙы. Рәсәйҙәге Февраль революцияһынан һуң башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын төҙөү процесы башлана.
I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары
тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа эшен башлай. Шураның ошо йылдың 11 ноябрендә донъя күргән 1-се фарманында башҡорттарҙың милли идараһын ойоштороу кәрәклеген раҫлай. Ә инде 15 ноябрҙә ул 2-се фарман менән Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Артабан, 8 – 20 декабрҙә Ырымбурҙа үткән III Бөтә башҡорт ҡоролтайында Дин тураһында закон ҡабул ителә. Башҡортостан мосолмандарының Баш Диниә назараты (Башҡортостан мөфтиәте) һәм уның мөфтөйө тап ошонда һайлана...

Өфө ҡалаһында уҙғарылған “Мосолмандар өммәһе, заман мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары. Тарих һәм бөгөнгө көн” тигән конференция Баш­ҡортостан Диниә назаратына 100 йыл тулыуға арналды. Ғәҙәттәгесә, йыйылыш Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен уҡыу­ҙан, Аллаһы Тәғәләне ололауҙан башланды. Был яуаплылыҡ Мәрйәм мәсете янын­дағы мәҙрәсә уҡыусыһы иңенә төштө.
Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов кон­фе­ренцияның программаһы һәм маҡсат­тары менән таныштырҙы. Артабан ҡунаҡтарҙы, тамашасыларҙы сәләмләү өсөн һүҙ Башҡортостан Диниә наза­ратының баш мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинға бирелде. Ул тарихты белеү һәм киләсәк быуынды дөрөҫ тәрбиәләү беҙҙең иң төп маҡсат­тарҙың береһе булыуын билдәләне.
– Диниә назаратының 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылау – ул беҙҙең тарихҡа бер ҡараш һәм киләсәккә яңы пландар ҡороу. Мөхәммәт пәйғәмбәр “Ислам, дин нимә ул?” тигән һорауға: “Дин – өгөт, нәси­хәт...” – тип яуап ҡай­тар­ған. Шуға күрә беҙ йәш быуынға кү­берәк иғтибар итергә тейешбеҙ. Бөгөн бит элекке һымаҡ түгел, теләһә ниндәй мәғлүмәтте Интернет селтәренән алып була. Һөҙөм­тәлә “аҙашҡандар”ҙа күбә­йә... Шул сәбәпле Башҡортостан Диниә назараты рухи тәрбиә биреү, мәҙәниәтте һәм мәғарифты нығытыу өсөн эшләргә тейеш, – тине Нурмөхәмәт хәҙрәт.
Башҡортостан Башлығы ҡарама­ғындағы Дәүләт-конфессиональ мөнә­сәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячес­лав Пятков үҙ сығы­шында дин әһел­дәренең власть вә­килдәре ме­нән аралашыуы, кадрҙар пробле­маһы, республикала төрлө ха­лыҡтар араһын­дағы дуҫлыҡ тураһында һөй­ләне.
Фәһемле һәм йөкмәткеле доклад­тарҙа Башҡортостанға Ислам диненең ҡасан, ҡайҙан килеүе, ни рәүештә таралыуы, башҡорт халҡына ниндәй йоғон­тоһо булғаны, әлеге ваҡыттағы хәле тураһында ла һөйләнеләр.
Әйткәндәй, Башҡортостан Диниә назаратының 100 йыллығына арналған конференцияның төп маҡсаты тарихты байҡап, бөгөнгө көнгә анализ биреү һәм киләсәкте яҡшыртыу юлдарын эҙләү булды, тиһәм, һис яңылышмам.




Вернуться назад