Таңдарың яҡты, эшең татлы булһын14.10.2016
Таңдарың яҡты,  эшең татлы булһын Нәҫел шәжәрәһе быуат мәғрифәтсеһе, дин әһеле Ғабдулла Ғәлиевкә (Батырша) тоташҡан, Иҫке Балтас мөхтәсибәтенең имам мөхтәсибе, Балтас мәсетенең имам хатибы, Балтас һәм Асҡын райондары ахуны, Батырша йорт-музейы директоры, районыбыҙ тарихы тураһында бер нисә китап авторы Рәфис хажи Муллағатдәр улы Шәйхәйҙәров хаҡында һүҙем.


Ул һаман егеттәрсә, яңы пландар, уй-хыялдар менән йәшәй, эшләй, ижад итә. Был шәхестең аралашыу ихласлығына, кешелеклелегенә, сәнғәтсә камиллыҡ менән яҙылған публицистик мәҡәләләренә, тарихи китаптарына һоҡланмау мөмкин түгел. Уның биографияһы ла ябай. Күмәк хужалыҡта комбайнсы ярҙамсыһы, көтөүсе булып эшләне, ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, ферма мөдире, оҙаҡ йылдар баш зоотехник булды.
Фанилыҡта әҙәм балаһы ниҙәр генә кисермәй. Өләсәһе Латифаның ҡулына йәш ярым тулғанда сабыйҙы тапшырыу уның киләсәген билдәләүҙә төп ролде уйнағандыр, моғайын. Шәйехаттар ҡарт менән бергә ейәндәренә бөтә изгелектәрҙе теләп, өйрәтеп аяҡҡа баҫтырғандар. Дүрт-биш йәшендә малайҙы намаҙлыҡҡа күндергәндәр. Тормош тәжрибәһе сабыйға Раббыбыҙҙың бар һәм бер булыуына инаныу, халыҡты хаҡ юлға өндәү, иманға килеү кеүек иң күркәм сифаттарҙы индерә. Йәш үҫмер менән өләсәй элемтәһе нәҫелдең тарихи йәдкәре – Батырша китапханаһы тураһында әңгәмәләр менән нығытыла. Күп һорауҙарға яуаптар ҡулдан яҙылған баһаһыҙ дини сығанаҡтар – китаптарҙан табыла, донъяға ҡараш киңәйә.
Әрме сафтарында ла үрнәкле була егет. Хеҙмәт иткән йылдарында Рәфистең фекер-ҡарашында хәҡиҡәт, ғәҙеллек, милләттәр тигеҙлеге, дуҫлыҡ, берҙәмлеккә ынтылыу була. Ундай егеттәрҙең тәртип­тәре лә хуплауға лайыҡ. Хәрби хеҙмәт йылдарында уның яҡшы ойоштороусы, лидер сифаттары асыла. Өлкән сержант Рәфис Шәйхәйҙәровты Ватанға өлгөлө хеҙмәте өсөн күп тапҡыр Маҡтау грамоталары менән бүләкләйҙәр, ә ауылға, ҡарттарҙы ҡыуандырып, Рәхмәт хаттары яуа.
Мал туплау булмай уның теләге. Демобилизацияланғандан һуң тыуған ауылына ҡайта. Халҡыбыҙҙың рухи ҡиблаһы — нәҫеле башлаған эште дауам итеү ниәте. Бәлки, шул йылдарҙа Аллаһыбыҙ уға илаһи көс биргәндер. Күҙ алдына килтерәйек: утыҙынсы йылдарҙа райо­ныбыҙҙа 70 мәсет – Аллаһ йорто – булған. Ә ул Хәмзә бабай Ғилмийәров тәҡдиме менән “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһенә уҡырға юлланғанда, бары бер мәсет эшләп килгән. Демократия елдәре халыҡ фекерен үҙгәртә. Күп ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә башлай. Уҡымышлы кадрҙар әҙерләүҙә беренсе аҙымдар яһала. Был яуаплы хеҙмәттә Рәфис Шәйхәйҙәров фекерҙәш­тәрен таба.
1993 йыл. Май айының өсөнсө йома­һында ул Балтасҡа даими эшкә килә. Инде мәрхүм (урыны йәннәттә булһын) Хәмзә бабай ул йылдарҙа халыҡ араһында дини йолаларҙы үтәй, йәмиғ намаҙҙарын уҡый, сабыйҙарға исем ҡуша, никах уҡый, йыназа намаҙҙарын башҡара ине. Рәфис хәҙрәт тулыһынса мәсет төҙөү эшенә тотона. Ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Рәшит Исламовҡа сикһеҙ рәх­мәтле имам. Уның көндәлек ярҙамын, хәйер-фатихаһын тойоп эшләй. Ниһайәт, 2001 йылда Рәсәй һәм Европа мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Сафа улы Тажетдин ҡатнашлығында мәсет асыу тантанаһы ойошторола. Был сараға абруйлы ҡунаҡ­тар – ғәрәп илдәренән ғалимдар, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, күрше район­дарҙан имамдар, тулҡын ағымын хәтер­ләткән халыҡ төркөмө – йыйыла. Был ваҡиға күптәрҙең күңел ҡиблаһын үҙгәртә, хаҡ динебеҙ юлына аяҡ баҫыусылар һанын арттыра.
Бөгөн Рәфис хажи үҙенең донъяуи ҡарашын халыҡҡа еткерергә тырыша. Яҡындарына, таныштарына, мосолман өммәтенән булғандарға иғтибарлы: уларҙы нисек бар, шул килеш ихтирам итә, барыһын да яҡшылығы һәм кәмселеге менән үҙ кеше кеүек ҡабул итә. Ул һәр кешенең ыңғай сифатын күрә белә.
Рәфис — үҙе ифрат уңған кеше. Китаптар ҙа яҙа, музей ҙа ойоштора, ғаилә лә ҡора. Ҡыҙлы кеше – бай кеше. Ауылдың үрнәкле ғаиләһенән Филзә Ғәрәфи ҡыҙын үҙенә тормош иптәше итеп алған. Шәфҡәтле, итәғәтле был ханым яратҡан кешеһенә биш ҡыҙ бүләк иткән. Инде улар үҫеп еткән. Биш ҡыҙының биш кейәүе бар. Рәфис хәҙер олатай булыу бәхетенә лә өлгәшкән. Ҡыҙҙары ата-әсәләре кеүек тырыш, уңған, юғары белем алып, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Бер ейәндәре нәҫел ебен дауам итә. Филзә — Рәфискә иптәш, фекерҙәш, ярҙамсы һәм терәк. Үҙе диндар кеше. Намаҙын, ураҙаһын ҡалдырмай, ике тапҡыр хаж ҡылған хажиә.
Рәфис хәҙрәттең ҡыҙы Ленария атаһы хаҡында бына нимәләр һөйләй: “Бәхет өсөн алтын тауҙар кәрәк түгел. Ғаиләлә атайҙың һүҙе һәр ваҡыт үтемле булды. Тормошобоҙ түңәрәк. Бәрәкәтле ғаилә бәхете бишебеҙгә лә йылмайҙы. Бише­беҙҙең дә ир арҡаһы – тормош таяны­сыбыҙ бар. Бер-беребеҙгә ышанып донъя көтәбеҙ. Ошо көндәргә ҡәҙәр беҙҙе иле­беҙҙең файҙалы кешеләре итеп тәр­биәләгән, башланғыс дини белем биргән атайыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Бөгөн шәжәрә­беҙҙең ышаныслы капитаны ул. Атайҙан үрнәк алып, өмөттәрен аҡлап, һайлап алған йәрҙәребеҙ менән көндә­ребеҙҙе, йылдарыбыҙҙы бергәләп биҙәп йәшәргә яҙһын ине”.
Эйе, ғаиләлә ислам дине ҡанундарын ныҡлап өйрәнәләр, уның бар шарттарын үтәргә тырышалар. Кейәүҙәре Филүс — хәҙер Балтас Үҙәк мәсетенең имам хатибы. Үтә уҡымышлы кеше. Итәғәт һәм шәфҡәтлелек – уның холҡонда. Ризаитдин Фәхретдин исемендәге мәҙрәсәне уңышлы тамамлап, Ҡазанда Рәсәй ислам университетында белем алыуын дауам итә.
Рәфис хәҙрәт халҡыбыҙҙың батыр улы, аҡыл эйәһе, дин әһеле, мәртәбәле имам, 1755 йылғы халыҡ күтәрелешенең төп идеологы һәм етәксеһе Батырша (Ғаб­дулла Ғәлиев) тарихын, уның хеҙмәттәрен өйрәнеүгә ифрат күп көс һалды. Бик күп архив материалдарының күсермәләрен, тарихи документтарҙы, ул замандың көнкүреш әйберҙәрен туплауҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Был игелекле хеҙмәт Иҫке Балтас ауылында “Батырша” музейын асырға нигеҙ булды.
Мөҡәддәс эштәр хәҙерге ваҡытта район хакимиәте башлығы Рәфил Ғәлләмовтың тырышлығы һөҙөмтәһендә яңы эстәлекле әсбаптар менән байытыла. Был музей республика күләмендә иң күркәме һәм мәғлүмәтлеһе, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Ун бер йылға һуҙылған эҙләнеү эштәре, бик күп тарихи урындарҙа булыу бәрәкәтле һығымта бирҙе.
Шул йылдарҙа Р. Шәйхәйҙәров “Батырша эҙҙәренән” исемле китап сығарырға өлгөрҙө. Халыҡ батырының тыуған йортонан башлап, Батырша уҡыған һәм эшләгән урындарҙа: Татарстандың Әлмәт районының Тайсуған ауылы, Арча районының Ташкиҫеү ауылдарындағы тарихи эшмәкәрлегенә, ҡылған ғәмәлдәренә баһа бирҙе. Был оло ваҡиға уңайынан ғилми-ғәмәли конференция үткәрелде.
Һуңғы өс йыл эсендә музейҙа ике меңдән ашыу кеше экскурсияла булған. Бына ошондай бер мөһим фактҡа туҡталмаһаҡ, мәҡәлә эстәлеге яғынан кәм һәм китек булыр ине. Мин музейҙа һаҡланған 500 йыллыҡ тарихы булған Батырша китапханаһының ҡулъяҙмалары тураһында әйтәм. Страдивари скрипкаһы кеүек, был ижтимағи ихтыяжлы йәдкәрҙәр – баһаһыҙ. Улар тарих өсөн мәңгелек. Бында уларҙы йәнде таҙартыусы доға­лыҡтар ҡәҙерендә һаҡлайҙар. Һарытау, Екатеринбург, Пермь ҡала­ларында үткәрелгән федераль һабантуй­ҙарҙа етәкселәребеҙ был тарихи әсбап­тарҙың кешенең рухын сәләмәтләндерә алырлыҡ көскә эйә икәненә инандылар.
Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү, Екатеринбург архивтарынан халҡыбыҙҙың боронғо тамырҙары тураһында ифрат күп мәғлүмәт тупланған. Хәҙер маҡсат бер – башҡорт муллаһы хаҡындағы тарихты донъяға танытырға кәрәк. Тарихсылар, археологтар, тел белгестәре Батырша етәкселегендәге халыҡ күтәрелешен, был оло шәхестең сәйәси ролен төрлө ғилми хеҙмәттәрҙә яҡтырта. Музейҙа ҡунаҡта булған элекке мәғариф министрҙары Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Әлфис Ғаязов, мәҙә­ниәт министры Әминә Шафиҡова был тарихи йортта башҡарылған күркәм ғәмәл­дәргә ифрат юғары баһа биргән, иҫтәлекле яҙмалар ҡалдырған.
Журналист, публицист булараҡ та Рәфис Шәйхәйҙәров көнүҙәк тарихи темаларҙы күтәреп сыға. Район гәзите биттәрендә, республика матбуғатында әленән-әле тәрән фекерле, мөһим проб­лемалар күтәргән мәҡәләләре донъя күрә. Туған тел, мәҙәниәт, этнотарих мәсьәлә­ләрен тәрән яҡтырта. Башҡорт­остан ауылдары циклынан “Суртанлыкүл” ауылы тарихын сағылдырған китабы халыҡ ара­һында тиҙ таралды һәм яҡшы фекерҙәр менән хупланды.
Р. Шәйхәйҙәров “Балтачевский район — 80 лет создания” тигән китабының тарихи өлөшөн бик эстәлекле фәнни йүнәлештә уҡыусыға еткерҙе. “Балтас мәсеттәре” китабы ла күңелебеҙ түрендә урын алды.
Мосафир, бөйөк мәғрифәтсе, илебеҙ батыры, яҡташыбыҙ Батырша Санкт-Петербургтың иң дәһшәтле, фажиғә ояһы Шлиссельбург крепосына ябыла. Миллә­тебеҙҙең ғәйрәтле улы ғүмеренең һуңғы көндәрен ошонда үткәрә, ете һаҡсыны еңеп, ҡотолоу ниәте менән бығаулы килеш һаҡсылар төркөмөнә ташлана һәм батыр­ҙарса һәләк була. Рәфис хажи Мулла­ғатдәр батыр эҙҙәренән йөрөп бик күп ғилем тупланы.
Тарихтың нөктәһе юҡ. Рәфис хәҙрәт, Батырша нәҫеленең туғыҙынсы быуын вәкиле булараҡ, ауылдашының тыуған йорто урынынан бер ус тупраҡ илтеп, олуғ шәхес, 1755 йылғы халыҡ күтәре­лешенең төп идеологы һәм етәксеһе Батыршаның ҡәберенә һала. Был ғәмәлдә беҙ Рәфис Шәйхәйҙәровтың рухи донъя­һының байлығын күрәбеҙ, уның ғүмер көҙҙәре һоҡланырлыҡ буласағына ышанабыҙ.


Вернуться назад