Электромобиль. Ул ысынлап булырмы?14.10.2016
Электромобиль. Ул ысынлап булырмы? АҠШ-тың Калифорния штатындағы Sondors фирмаһы киләһе йылда өс тәгәрмәсле арзан электромобиль сығара башларға уйлай.


Был фирманың хужаһы Сторм Сондорс элегерәк бер уңышлы проектты тормошҡа ашырғайны инде – Ebike исемле электр велосипеды уйлап тапты һәм уны етештерергә тотондо. Комплектлаусы әйберҙәрҙе бик ентекле һайлап алып һәм ҡайһы бер яңы­лыҡтар ҡулланып, ул ошо техниканың хаҡын 500 долларҙан да аштырманы, ә был иһә уның конкурентта­ры­ныҡынан байтаҡҡа түбәнерәк. Хәҙер ул, булған тәжрибәһенә таянып, электромобилгә күсте.
Уның үҙе раҫлауынса, электромо­билдең кузов өлөштәре алюминдан эшләнәсәк һәм уға төрлө һыйҙырыш­лы өс литий-ион аккумуляторы ҡуйы­ласаҡ. Аккумулятор тулы көскә эйә булған шартта машина 80 километр үтә аласаҡ. Камиллашты­рылған төрө 322 километрға етер тип күҙаллана. Автомо­билгә өс кеше ултыра аласаҡ.
Проектты аҙағына еткереү өсөн хужаһына 1 миллион доллар кәрәк буласаҡ. Уны туплау өсөн Сондорс үҙ предприятиеһының акцияларын 12-шәр долларға һата. Ләкин акционер булыр өсөн кәмендә 10 акция һатып алырға кәрәк. Бөгөнгә ул 330 мең доллар йыйған, 467 кеше акционер иҫәпләнә. Тейешле сумманы йыйғас та хужа кәмендә 12 ай эсендә электромобилдең тәүге өлгөһөн етештерергә вәғәҙә итә. Тағы бер нисә айҙан уны сериялап эшләп сығара башларға мөмкин икән. Автомобилдең нигеҙ модификацияһы 10 мең доллар самаһы торасаҡ, йылына шундай 12 мең машина яһау мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, проект ҡеүәтенә еткәс тә уның хаҡы бер аҙ түбәнәйәсәк.
Бындай уй-ниәт Германияла ла бар. Уҙған йылда был ил климат буйынса Париж килешеүенә ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, Германия 2050 йылға һауаға углекислый газ сығарыуҙы 95 процентҡа кәметергә тейеш. Ә был ташламаларҙың биштән бер өлөшө эске яныулы двигателдәр ҡуйылған машиналарға тура килгәнлектән, немец властарына оҙаҡламай поршенле моторға эйә булған автомобилдәрҙе тыйырға тура киләсәк.
Der Spiegel журналы мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, Германияның закондар сығарыу органы 2030 йылдан бензин һәм дизель яғыулығы ҡулланып эшләгән транспорт сараларын һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон сығарырға уйлай. Ошо йылдан алып барлыҡ Евросоюз илдәренә лә электромобилдәргә күсергә тәҡдим ителә. Бөгөн был дәүләт­тәрҙәге бөтә машиналарҙың 97 проценты эске яныулы двигателдәр менән йыһазлан­дырылған. Консалтинг компаниялары аңлатыуынса, 2028 йылға һатылған машиналарҙың 30 проценты элек­тромобилдәргә тура киләсәк.


Вернуться назад