Иң арзан автомобиль14.10.2016
Иң арзан автомобильҺиндостандың “Bajaj Auto” компанияһы күптән түгел Рәсәйҙә донъяла иң арзаны булған “Qute” автомобилен һата башланы. Хәбәр итеүҙәренсә, был тауарҙың тәүге өлгөләре сауҙа селтәренә килтерелгән дә инде.

Автомобилдең хаҡы 330 мең һумдан ашыуыраҡ. Опция пакетына эйә булған төрө өсөн 360 мең һум түләргә тура ки­лә­сәк. Машинаның Рәсәйҙәге хаҡы Һиндостанда һатыл­ға­нынан юғарыраҡ булып сыҡты.
“Qute” 2015 йылдың аҙа­ғында ғына күпләп етештерелә башлаған. Ауырлығы 400 килограмм тәшкил иткән был транспорт сараһы квадроциклдар класына ҡарай һәм ҡеүәте 13,5 ат көсөнә тиң бер цилиндр­лы бензин двигателе менән тәьмин ителә. Ошондай көс агрегаты менән ул тиҙлеген сәғәтенә 70 километрға саҡлы еткерә ала. Ҡала шарттарында автомобиль 100 километрға 2,8 литр яғыулыҡ тотона. Квадроциклдар төрөнә ҡарағанлыҡ­тан, был машинаға идара итеү өсөн махсус “В-1” танытмаһы кәрәк.
“Bajaj Auto” – Һиндостандың мотоциклдар етештереүсе иң ҙур компанияһы. Ул донъялағы бындай предприятиелар араһында ҙурлығы һәм етештереү күләме буйынса өсөнсө урынды биләй. Былтыр ул бер миллион ярым мотоцикл, моторикша һәм башҡа моторлы техника етештерҙе.


Вернуться назад