Транспорт һалымы бөтә, тиҙәр...14.10.2016
Транспорт һалымы бөтә, тиҙәр... Дәүләт Думаһы ҡарауына күптән түгел ошо төр һалымды бөтөрөү тураһындағы закон проекты индерелде. Уның проекты авторы депутат Вячеслав Тетекин был тәҡдимде социаль ғәҙелһеҙлеккә сик ҡуйыу кәрәклеге менән аңлата.

Быйыл ғына ла Рәсәйҙә автомобиль яғыулығына акциз ике тапҡыр күтәрелде, ул үҙ сиратында бензинға хаҡтың артыуына килтерә. Шул уҡ ваҡытта машина хужалары транспорт һалымын да түләй. Депутат фекеренсә, был хәл финанс көсөргәнешлеген арттыра, бигерәк тә урта синыф өсөн. Күп илдәрҙә транспорт һалымы яғыулыҡ хаҡына индерелгән икән. Ни өсөн? Баҡһаң, был ысул һалымдың тулыһынса йыйылыуына килтерә. Ә бензин өсөн аҡсаны “һуңынан” биреү мөмкинлеге юҡ. Автоҡойҙороу станцияһында бензин һатып алған һайын һалымды ла өлөшләтә түләй бараһың.
Белгестәр раҫлауынса, закон про­ектының ҡануниәт итеп ҡабул ителәсәгенә өмөт аҙ. Хөкүмәт ошо башланғысҡа кире баһа бирҙе лә инде, быйыл яҙ уҡ уның Рәйесе Дмитрий Медведев транспорт һалымын бөтөрөүҙең маҡсатҡа ярашлы булмауын белдергәйне.



Вернуться назад