“Автостат” аналитик агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл
1 ғинуарға Рәсәй биләмәһендә 40,9 миллион дана еңел автомобиль иҫәпләнә ине. Беҙҙең “тимер ат”тарға ниндәй сифат хас?Рәсәйҙәрҙең бөгөнгө автомобиленең уртаса ғүмер оҙонлоғон бик йәш тип булмай: дөйөм парктың яртыһы тиерлек 10 йылдан ашыу файҙаланыла. Өс йылдан да артмаған машиналар һаны – 5,6 миллион дана.
Илдәге еңел автомобилдәр паркының 43 проценты үҙебеҙҙә етештерелгән. Ә был күләмдең 34 процентын “Лада” машиналары алып тора, уларының һаны – 13,8 миллион дана. Сит ил маркалары 23 миллион дананан ашҡан. Иң күп импорт автомобилдәр “Тойота” маркаларына ҡарай (3,54 миллион дана). Уның артынса “Ниссан” маркаһы килә (1,89 миллион дана), өсөнсө урында – “Хёндай” (1,57 миллион дана).
Былтырғы йомғаҡтар буйынса, иң күп автомобиль Үҙәк федераль округта теркәлгән (12 миллион данаға яҡын), беҙҙең Волга буйы федераль округы һигеҙ миллион данаға эйә. Төбәктәр буйынса иҫәпләгәндә, иң алда Мәскәү ҡалаһы килә – унда 3,79 миллион машина бар, икенсе урында – Мәскәү өлкәһе, өсөнсөлә – Краснодар крайы.