Рәсәйҙәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мәктәптә үк өйрәнә башлау тураһындағы тәҡдимде хуп күрә. “Авто Mail.Ru” үткәргән тикшереү күрһетеүенсә, был тәҡдимде һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 80 проценты яҡлай.Һорау алыуҙа 20 мең самаһы кеше яуап биргән. Респонденттарҙың 80,4 проценты юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен айырым мәктәп дәресе итеп үткәрергә кәңәш итә, 81,6 проценты был сара балалар ҙа зыян күргән юл ваҡиғалары һанын кәметер тип иҫәпләй, 87,8 проценты ошо предметты белеүҙең балаға юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеренә ышана. Яуап биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 45,2 проценты юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү – мәктәптең эше тип уйлай, 45,8 проценты ундай белемде ата-әсәләрҙең биреүе яҡлы.