Башҡортостанда тимер юл аша сыға торған урындарҙың береһендә һынау тәртибендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү комплексы эшләй. Тәжрибәнең төп бурысы – юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, водителдәрҙең иғтибарлылығын арттырыу.Комплекс транспорт сараһын автоматик рәүештә таный һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен асыҡлай. Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, видеотеркәүҙең юғары техник характеристикаһы, камераларҙы “Хәүефһеҙ ҡала” видеокүҙәтеү системаһының бер өлөшө булараҡ файҙаланыу, транспорт сараларын эҙләү мәсьәләһен хәл итеү, 60-тан ашыу илдең дәүләт теркәү билдәһен таныу мөмкинлеге, хоҡуҡ боҙоу теркәлгән ваҡытты билдәләү системаһы – комплекстың төп өҫтөнлөктәре.