Башҡортостанға сусҡаларҙың Африка тағунын индермәү өсөн Илеш һәм Бүздәк райондарындағы юлдарҙа автотранспорт өсөн махсус йыуыу пункттары асылды. Бында сусҡа итен, ҡатнаш аҙыҡ һәм малсылыҡ ҡалдыҡтарын ташыған автотранспортты йыуалар һәм дезинфекциялайҙар. Башҡа йүнәлештәрҙә лә, йәғни Ырымбур өлкәһе менән сиктәш трассала, ошондай пункттар асыу күҙаллана.
Быйыл алты айҙа илдең 17 төбәгендә сусҡаларҙың Африка тағуны сирен эләктереү осраҡтары теркәлгән. Башҡортостан хәүеф янаған төбәккә индерелгән.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта сусҡа комплекстарын урындағы заводтарҙа етештерелгән ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеге, шулай уҡ республика биләмәһендә сусҡа һуйыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелә.