Водителдәр – видеокүҙәтеү аҫтында14.10.2016
Водителдәр – видеокүҙәтеү аҫтында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы автобус водителдәренә видеокүҙәтеү ойошторҙо. Был эш даими буласаҡ, тип яҙҙы үҙенең блогында республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов.

Йәшерен контроль пассажир транспорты водителдәренең юл ҡағиҙәләрен нисек үтәүен күҙәтеү өсөн ойошторолған.
ЮХХДИ экипажы маршрут башланғандан алып автобустың бөтә юлын видеорегистраторға төшөрә. Һуңғы туҡталышта водитель ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын ҡарай ала.
Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ҡарарҙар сығарыла.


Вернуться назад