Ҡануниәтте камиллаштырыу мөһим14.10.2016
Күптән түгел Башҡортостан Конституция судының сираттағы ултырышы үтте. Унда “Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында ҡағиҙәне раҫлау” тураһындағы республиканың Министрҙар Кабинеты тарафынан раҫланған ҡарарҙы һәм бер нисә конституцион пунктты тикшерҙеләр. Был мәсьәләгә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова аныҡлыҡ индерҙе.
– Экологияға ҡағылышлы закондарҙы камиллаштырған саҡта, Министрҙар Кабинеты ҡарарының ҡайһы бер пункттарының законлымы-юҡмы икәнлеге хаҡында һорау тыуҙы. Һүҙ айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында бара. Федераль законда уларҙы булдырыу, тәртип урынлаштырыу пункттары теүәл ҡаралған, ә бына биләмәне ябыу тураһында һүҙ юҡ. Министрҙар Кабинеты ҡарарында был мәсьәлә телгә алына һәм Конституция судына ошо һорауҙы биреү урынлы тигән фекерҙәмен, сөнки быға суд ҡына аныҡ яуап бирә ала. Был ҡарар менән республика граждандарының хоҡуғын боҙмайбыҙмы? Министрҙар Кабинеты ҡарары менән айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен ябыу законлымы? – тип борсолоуҙарын белдерҙе Руфина Шаһапова.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Руфина Шаһапова – экология мәсьәләләре менән даими шөғөлләнгән депутат. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ҡурсалауҙы төп бурыстарының береһе һанай. Бындай биләмәләр Башҡортостанда 218: ҡурсаулыҡтар, заказниктар, тәбиғәт һәйкәлдәре.
Суд залына эшкә аныҡлыҡ индерерҙәй эксперттар саҡырылғайны. Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының конституцион хоҡуҡ кафедраһы начальнигы, юридик фәндәр кандидаты, полиция полковнигы Юлиә Яхина билдәләүенсә, республика Хөкүмәте төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен бөтөрөү тураһында ҡарар сығара икән, был осраҡта вәкәләттәрен арттырмай.
Ә бына Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтындағы финанстар һәм экологик хоҡуҡ кафедраһы профессоры, юридик фәндәр докторы Рауил Ғиззәтуллин был мәсьәләгә фәнни яҡтан ҡараған.
– Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен ябыу тәртибенең айырым положениеларын аныҡлау өсөн әле һайланған алым – закондарҙы камиллаштырыуҙың бер юлы. Тик ошо осраҡта ғына хоҡуҡи мәсьәләләрҙе ҡулланыуға бәйле хилафлыҡтарға юл ҡуймаясаҡбыҙ, – тине эксперт.
Башҡортостандың Конституция суды рәйесе Зөфәр Йәнекәев, судьялар эксперттарҙы һәм ғариза биреүсене тыңлағандан һуң, эште ентекләп өйрәнәсәк. Башҡортостандың Конституцион суды үҙенең ҡарарын киләһе ултырышта сығарасаҡ.