Башҡорт энциклопедияһы дуҫтарын йыйҙы14.10.2016
Башҡорт энциклопедияһы дуҫтарын йыйҙы Әле 1991 йылда уҡ СССР Фәндәр академияһы Башҡорт ғилми үҙәгендәге Урал бүлегенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында “Башҡорт энциклопедияһы” төркөмө төҙөлә. Ә 1993 йылда Башҡортостан Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә энциклопедия бүлеге “Башҡорт энциклопедияһы”ның Баш редакцияһы булып эш башлай.


Унда иҡтисад һәм халыҡ кәсебе, география һәм геология, мәҙәниәт һәм сәнғәт, әҙәбиәт, фольклор һәм тел өйрәнеү, теүәл һәм гуманитар фәндәр буйынса, дәүләт һәм хоҡуҡ, ғилем, дин, мәғариф һәм матбуғат бүлектәре асыла. Һәр яҡлап та уңышлы башланғыс алған был яңы эшмәкәрлекте 1995 йылда Башҡорт­остандың беренсе президенты ҡарары менән ғилми нәшриәткә әйләндерәләр.
Бөгөн “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы булараҡ билдәле. Хәйер, фән өлкәһендәге был йүнәлеште бик күп милләт­тәштәребеҙ белмәй ҙә тиерлек. Уның көндәлек тормошобоҙҙо үҙ эсенә алғанын бик һирәктәр генә аңлайҙыр. Улар иһә – ошо энциклопедияны, аңлатма-һүҙлекте баҫты­рыу­­сылар, ғалимдар, фән докторҙары, кандидаттары. Әлбиттә, һәр нәмә йылдам үҫешә, замандан артта ҡалырға ярамай. Энциклопедия әҙәбиәте лә бөгөн глобаль селтәрҙә киң ҡулланыла. Был осраҡта википедия менән энциклопедияны бутарға ярамай. Хәйер, вики­педияға ҡуйылған материал өсөн сайттың идарасылары яуаплы булһа ла, ундағы мәғлүмәт­тәрҙе һәр кем тулыландыра ала, шунлыҡтан яңылыш мәғлүмәт күрһәтелеүе ихтимал, ә энциклопедияла иһә тик иҫбатланған сығанаҡтар менән ғилми хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән мәғлүмәт кенә баҫтырыла.
Ғөмүмән, Рәсәй Федерацияһында йылдам үҫешкән энциклопедияһы булған төбәктәр һаны 79-ға еткән.
2003 йылдан алып ҡайһы бер тө­бәктәрҙә энциклопедияларға арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференциялары уҙғарыла. Башҡортостанда иһә ул “Рәсәйҙең хәҙерге мәғлүмәти-коммуникация системаһында төбәк энциклопедиялары” тигән темаға икенсе тапҡыр үткәрелде.
Был юлы “Башҡорт энциклопе­дия­һы” хеҙмәткәрҙәре коллегаларын Коми, Ҡырым, Удмурт, Яҡут, Татарстан, Тува, Чечен республикалары менән бер рәттән Ырымбур, Новосибирск, Ульяновск, Силәбе, Сахалиндан ҡаршы алды. Шул иҫәптән конференцияла “Ҙур Рәсәй энциклопе­дияһы” ғилми нәшриәтенең шеф-мөхәррире Л.И. Петровская һәм ойошманың техник директоры П.М. Конотопов та ҡатнашты.
Сарала һәр төбәк энциклопедияларын электрон системаға күсереү мәсьәләһе күтәрелде, шулай уҡ энциклопедияларҙы әҙерләүҙең теоретик-методик һәм методика аспекттары хаҡында фекер алышыу ҙа урынлы булды.
Ошондай ғилми-ғәмәли конферен­ция­ларҙы өс йылға бер тапҡыр булһа ла үткәреп торорға тигән фекер белдерелде. Рәсәй энциклопедис­тарының үҙ-ара эшлекле бәйләнеше, уны нығытыу, төбәк-ара проекттарҙы берлектә тормошҡа ашырыу тураһын­да ла һүҙ барҙы. Бының өсөн ике яҡлы килешеүҙәр төҙөп, уларҙы практикала уңышлы ҡулланыу, йылына бер тапҡыр сыға торған “Энциклопедистика мәсьәләләре” йыйынтығында һәр төбәк эшмәкәрҙәренең уңышта­рын яҡтыртып барыу зарурлығы билдәләнде. Шулай уҡ энциклопедистар өсөн дәүләт программалары етештереү маҡсаты ла ҡуйылды. Шуға күрә бөгөн энциклопедияларҙың ғилми-методик йәһәттән сифатын яҡшыртыу өсөн берҙәм стандарттың барлыҡҡа килеүе шарт. Уны ойоштороу мәсьәләһен контролдә тотоу ҡаралды. Әлбиттә, был тармаҡты ойоштороу бер, уның стандарттарын, ҡағиҙәләрен дә үтәү ҡыйынға төшмәҫ, ә бына шул юҫыҡта эшләгән белгес­тәр һәм ғалимдарҙың етерлек булыуы ла бик мөһим.
Һәр хәлдә, шәхсән үҙемдең күҙә­теүем буйынса ла, донъяуи энцик­лопедия­ларҙың тенденцияларына мөрәжәғәт иткәндә лә, “Башҡорт энциклопедияһы” сифаты менән алдыра...




Вернуться назад