Иң яҡшы ғаиләгә – юллама14.10.2016
Иң яҡшы ғаиләгә – юллама Белорет районының Сермән ауылында Зифа Айытбай ҡыҙы менән Солтан Мөсәүир улы Сиражетдиновтарҙы тәбрикләнеләр. 60 йыллыҡ ғаилә байрамын билдәләүселәргә “Юлдаш” радиостанцияһынан махсус бүләк тапшырылды.

Сарала Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, “Юлдаш” радио­станцияһының ижади коллективы, ауыл халҡы ҡатнашты.
Өлкән йәштәгеләр көнө айҡанлы бында шулай уҡ “Онотолмаҫ тәүге осрашыу” конкурсы ойошторолдо. Унда 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән ғаилә парҙары ҡатнашты. Әлеге проект ғаилә ҡиммәт­тәрен һаҡ­лауға йүнәлтелә.
Бәйгелә Башҡорт­остандан 37 ғаилә ҡатнашты. Белорет районының Сермән ауылынан Сиражетдиновтар, 3 101 тауыш йыйып, республика конкурсында еңеү яуланы.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев Сиражетдиновтарҙы ихлас тәбрикләне, уларға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Владислав Миронов исеменән бүләктәр тапшырҙы. “Юлдаш” радиостанцияһы иһә еңеүселәр өсөн “Танып” шифаханаһына юллама әҙерләне.





Вернуться назад