Дарыу бирмәһәләр, шылтырат14.10.2016
Республика прокуратураһы халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойоштора. Теләге булған һәр кеше 25 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем 272-61-72 номеры буйынса шылтыратып, һорау бирә ала.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, был телефон һандарын йыйып, ялыу бирергә, консультация алырға, шулай уҡ дауалау-профилактика учреждениеларының дарыуға рецепт яҙыуҙан баш тартыуы, бындай рецептарҙы дауаханаларҙа ҡабул итмәү, уларҙы хеҙмәтләндереү ваҡытын боҙоу хаҡында белдерергә мөмкин.


Вернуться назад