Өйө барҙың көйө бар14.10.2016
Дыуан районының Өлкөндө ауылы халҡы сифатлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булды. Ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Учреждение заман талаптарына яуап бирә, тейешле ҡорамалдар, квалификациялы медицина кадрҙары менән тәьмин ителгән. Бынан ары ауыл халҡына сифатлы тәүге ярҙам күрһәтеләсәк, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары ла яҡшырасаҡ. 65 квадрат метр майҙандағы яңы бинала фельдшер, процедуралар кабинеттары, гардероб, санузел бар.
Райондағы тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ныҡлы металл каркаслы блок-контейнерҙарҙан ҡоролған. Стеналары сэндвич-панелдән һалынған. Үҙенсәлектәре буйынса модулле бина капиталь ҡоролмаларҙан бер ҙә ҡалышмай. Бында шулай уҡ бөтә коммуникациялар ҙа бар. Ҡоролманың хаҡы – өс миллион һум самаһы.
Яңы учреждение 1,5 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк.


Вернуться назад