БДУ-ла Ҡытай дипломы ла бирәсәктәр14.10.2016
Башҡорт дәүләт университеты менән Ҡытайҙың Наньчан университеты ике диплом программаһын ғәмәлгә индерергә һәм уҡытыусылар менән алмашырға ниәтләй. Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегацияһының БДУ-ға сәфәре барышында ошо турала һүҙ барҙы.

Әле ике уҡыу йорто студенттарҙы берлектә уҡытыу программаһын тормошҡа ашыра. Киләсәктә башҡа йүнәлештәр буйынса ла хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин әйтеүенсә, әле студенттар араһында Ҡытай мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта, йәштәр ҡытай телен өйрәнергә теләй. Наньчан университетындағы рус теле кафедраһы мөдире Чжан Мянь – БДУ студенттарына ҡытай телен, ә беҙҙең университеттың сит телдәр кафедраһы доценты Анна Рябцева Ҡытайҙа йәштәргә рус телен өйрәтә.


Вернуться назад