Яңы мөмкинлектәр асыла14.10.2016
Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған өс ойошмаға социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға аҡса бүленә. Улар 2016 йылда Рәсәй Президенты гранттары буйынса өсөнсө асыҡ конкурста еңеү яуланы.

Өс миллион һумлыҡ иң ҙур грант Йәмәғәт башланғыстарына ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһына тапшырыла. Был аҡса йәмәғәт мониторингы һәм ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын баһалау хеҙмәтен ойоштороуға йүнәлтеләсәк.
Еңеүселәр иҫәбендә шулай уҡ Башҡортостандың хәйриә ойошмалары ассоциацияһы ла бар. Уға “Һәр кем алырлыҡ белем” федераль инклюзия ресурстар үҙәге проектын тормошҡа ашырыуға ике миллион һумлыҡ грант бирелде. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы иһә “Хеҙмәт кешеһе һәм закон” проектын ғәмәлгә ашырыуға өс миллион һум самаһы аҡса аласаҡ. Был проект граждандарҙа “күләгәләге” мәшғүллеккә кире мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, хоҡуҡи белемде һәм хоҡуҡи мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелә. Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыуҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡатнаша.
Әйткәндәй, асыҡ конкурста йәмғеһе 814 проект ҡатнашҡан, һәм шуларҙың 138-е һайлап алынған.


Вернуться назад