Ике көндә… ике йөҙ саҡрым11.10.2016
Ике көндә… ике йөҙ саҡрым …Әллә ҡайҙан күреп торам: велосипедта сәйәхәт итеүселәр! Был хаҡта егеттәрҙең транспорттарына тейәлгән йөктәре – сумка-палаткалары – хәбәр итеп тора. Шулай ҙа яндан “бушлай” ғына үтеп китмәһендәр әле, беҙҙе лә дәртләндерһендәр!
– Велосипедта бала саҡтан йөрөйбөҙ, әммә сәйәхәт итә башлауыбыҙ күптән түгел, – ти шөғөлдәре хаҡында Данил Радионов.
– Атайым йәш сағында Санкт-Петербургка тиклем ошо транспортта йөрөгән, хәҙер бына мин дә уның юлын һайланым, – тип һүҙгә ҡушыла Андрей Белецкий.
Ғөмүмән, егеттәр – Өфөнән. Баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған “Мең велосипедсы” һымаҡ ҙур акцияларҙа ихлас ҡатнашалар, ҡала янына йыш сәфәргә сығалар. Улай ғына ла түгел, эшкә барғанда-ҡайтҡанда ла ошо “ат”ты ҡулланалар икән.
– Йәмәғәт транспортында ярты сәғәтлек юл, тик тығындар мәлендә хеҙмәт урынына бер сәғәттә лә барып етеп булмай, уның ҡарауы, маршрут велосипедта теүәл 35 минутта үтелә, – ти Данил “ике тәгәрмәсле дуҫ”ының ыңғай яҡтары хаҡында. Әлбиттә, миҙалдың икенсе яғы ла бар: оло юлда эргәнән үткән автомобилдәр хәүеф тыуҙыра, саманан тыш оҙаҡ педаль өйрөлтһәң, аҙаҡ быуындар һыҙлап яфалай икән. Нисек кенә булмаһын, ике дуҫты бер ни ҙә айыра ла, ҡурҡыта ла алмай, буш ваҡыттары сығыу менән йәнә “тимер ат”ҡа атланалар.
Сәфәрҙәре Ғафури районынан башланған: электричкала “Аҡ күл” станцияһына тиклем килгәндәр ҙә артабан Красноусолға ҡәҙәр велосипедта елдер­гәндәр. Танһыҡ ҡанғансы һыу эсеп, һыу кереп алғас, егеттәр Ишембай районына юлланғандар – бер килгәндә Ҡуҡрауыҡ шарлауығын да күреп ҡайтырға кәрәк бит!
Шулай ике райондың таң ҡалырлыҡ гүзәллеген үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ ҡулдары-аяҡтары менән тойоп ҡарағас, Андрей менән Данилдың Стәрлетамаҡҡа йүнәлгән сағы, электричкаға ашыға егеттәр. Хәйерле юл!
…Осраҡлы ғына аралашып алған велосипедсылар ҡуҙғалғас, ҡоҙалар өсөн ҡыҙыу итеп яғылған мунсаны хәтерләткән машинама инеп ултырып, ҡатҡан быуындарымды һыйпаған арала офоҡ аръяғында юғала барған икәүгә көнләшеп ҡуйҙым. Их, бәхетлеһегеҙ, егеттәр!






Вернуться назад