Атай аҡылы – балаға бол11.10.2016
Атай аҡылы – балаға бол Мин Благовар районында тыуып үҫкәнмен. Урал аръяғын күҙ алдына ла килтермәйем. Юлы бармы һуң барып етергә?! 1948 йыл ине. Матрайға килеп етер өсөн Благоварҙан Өфөгә, Өфөнән Силәбегә, Силәбенән Ырымбур өлкәһендәге “Һары” станцияһына тиклем поезда, унан Матрайға машинала барырға кәрәк ине.


Төшөмдә күргән егет

Станциянан Матрайға бензовозға ултырып барырға тейеш инем, баҡһаң, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетынан вазифалы кешене алырға килгән икән, кабинаға ул ултырҙы. Мине бензовоз кузовының тар ғына эскәмйәһенә әйберҙәрем менән ҡуша бәйләп ултыртып ҡуйҙылар. Ел һуғып, бит китте сабыртып! Ярай әле атайым Матрайҙа сауҙа өлкәһендә Благоварҙан таныштарының эшләүен белеп, адрестарын биреп ебәргәйне. Ире – “Райпотребсоюз” рәйесе, ҡатыны ҡайҙалыр бухгалтер икән. Уларға барып, әҙәм рәтенә инеп, бер аҙ хәл алдым. Шунда беренсе тапҡыр мин кешенең бай йәшәүен күреп аптыраным. “Уларҙы нисек ҡартатайымдар һымаҡ кулак тип ҡыумайҙар икән?” тип ғәжәпләнеүем, ҡыумағандары өсөн ҡыуаныуым әле лә хәтерҙә. Мин “Артабан ни эшләргә, Ҡашҡар ауылына нисек барып етергә икән?” тип баш вата башланым. Апай кеше: “Директорҙар кәңәшмәһе була. Ҡашҡар директоры ат менән килә. Ул алып ҡайтыр”, – тип тынысландырып ҡуйҙы.
Бер-ике көндән ишектән һалдат кейемендә көр тауышлы бер егет килеп инде лә:
– Ҡайҙа бында миңә тигән ҡыҙ? – тип һораны.
Әйләнеп ҡараным да таныным... Төшөмә ингән көтөүсе егет ине ул. Аптырап киттем, тик һиҙҙермәнем. Шулай итеп, мине төшөмдәге көтөүсе егет – Ҡашҡар мәктәбе директоры Юныс Солтанов килеп алды.
Юныс һеңлеһе менән бергә тора ине. Тәүҙә уларҙа йәшәп алдым. Шунан һуң Әсҡәпъямал менән Әбделхалиҡ Аҙнағоловтарға фатирға индем. Фатир булманы ул, ожмах ине. “Ундай ҙа һәйбәт кеше була икән донъяла!” тип аптырай инем. Атай менән әсәй кеүек булдылар. Хатта Юнысҡа кейәүгә сыҡҡас, бирнәгә тип һарыҡ бирҙеләр. Аҙаҡ балаларымды ҡараштылар.
Ситтән килгән кешегә ауыл халҡының холоҡ-фиғеле күҙгә тиҙерәк ташлана. Ҡашҡар кешеләрен шул тиклем яраттым. Уҡытыусы булып эшләгәс, бөтөнөһө тигәндәй таныш бит инде. Ярҙамсыллыҡ, татыулыҡ, ауырлыҡтарҙы өндәшмәй үткәрә белеү, ҡәнәғәт булыу, көр күңеллелек менән айырыла ине улар. Бында тороп ҡалыуым да халыҡты үҙ итеүемдән ине.
Ә Юныс үҙе бер аҡыл эйәһе булды. Ҡыҙым Гүзәл гел генә атаһы менән кәңәшләште. Хатта кейәүгә сығыр алдынан да ҡайтып, кейәү баланың ата-әсәһенең кем, ҡайҙан булыуын әйтеп, атай ризалығын алды. Институт һайлағанда ла атаһының кәңәшен тотто: “Донъя үҙгәреүсән ул. Илдә ҡоролош та үҙгәрер. Ә төҙөүсе, ниндәй власть булһа ла, кәрәгәсәк”, – тигәс атаһы, Новочеркасск политехник институтының төҙөлөш факультетына инде. Ана хәҙер бөтөн республикала ғына түгел, илдә данлыҡлы архитектор. Рәсәй Федерацияһының почетлы төҙөүсеһе. Балалар менән һөйләшеп-һөйләшеп алабыҙ: “Төпкөлдә бәләкәй генә Ҡашҡар ауылында йәшәп, ил ҡоролошоноң үҙгәререн ҡайҙан алдан белде икән Юныс Солтанов атлы уҙаман?”
Халыҡ аҡылын туплаған кеше ине Юныс Йәмил улы. “Иң мөһиме – һаулыҡ, Ғәзимә. Һаулығың булмаһа, алтын ни ҙә баҡыр ни”. “Ваҡытлыса бөгөлһәгеҙ ҙә, һынмағыҙ. Бөгөлгән ағас яңынан турая, һынғаны ҡорой”. “Белемгә ынтылайыҡ. Диплом белем тигән һүҙ түгел. Ул эшкә урынлашыу өсөн документ ҡына. Белемде ғүмер буйы камиллаштырырға кәрәк. Кеше көнлө булмайыҡ. Һаулыҡ иҫәбенә мал йыймайыҡ. Бахырлыҡтан, кәмһенеүҙән, һиңә түбәнһетеп ҡарауҙан да насар нәмә юҡ. Һинең менән ғорурланһындар, атай балаһы, тиһендәр! Эштең ҡараһы, ағы юҡ. Эшләп ашау ғәрлек түгел. Тик һоранырға яҙмаһын. Элек ана шул быуындар бәйләнеше көслө ине. Тәрбиәлә ул бик кәрәк шарт. Хәҙер ана шул бәйләнеш ҡаҡшай. Мине борсой был мәсьәлә. Ни өсөн элекке тәрбиә үҙгәрәлер? Аптырайым. Кеше ниндәй заманда ла, ниндәй ҡоролошта ла кеше булып ҡалырға тейеш бит. Элек уҡытыусылар менән даими әңгәмәләр үткәрелә, фекер алышыла ине. Фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу бик кәрәк уҡытыусыға. Мәғлүмәтле булыу – бер нәмә, уны файҙалана белеү оҫталығы – икенсе төшөнсә. Ә файҙаланыу оҫталығы тәжрибәнән килә”.


Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр

Ауылына “киләсәкһеҙ” тигән мөһөр һуғылһа ла, район етәкселәре килеп тә, саҡыртып алып та икенсе ауылға күсергә кәрәклеге тураһында ҡайта-ҡайта иҫкәртһә лә, йәшәгән төйәген ташлап китмәй ир-уҙаман Рәфҡәт Хәйретдинов. Башҡорт Бөркөтө тигән ауылда бары тик өс кенә ғаилә йәшәп ҡалған саҡта, барып Рәфҡәт ағай менән оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырылды. “Ауыл урынын һаҡлайым, яҡты донъя­нан иртә киткән ҡатыным менән бергә ҡорған йортомдо ташламайым. Бәлки, ошо тиклем хозур тәбиғәтле төйәкте ташламайыҡ тип, ауылға ҡабат ҡайтып төпләнеүселәр булыр. Йәшәгән тиклем йәшәп булмаҫ, шулай ҙа китмәйем”, – тине ул.
Гөрләп торған ауыл булған Башҡорт Бөркөтө. Илгә Никита Хрущев етәкселек иткән йылдарҙа Заславская тигән бер ғалимәнең тәҡдиме менән ауылдарҙы эреләтеү башлана һәм иҫ китмәле матур, уңайлы, мал тиһәң мал аҫрап, иген тиһәң иген сәсеп донъя көтөп ятҡан ауылдарҙы ҡош ояһындай ҙа күрмәй туҙҙырып, тарҡатыу башлана.
Рәфҡәт Хәйретдинов ошо уҡ ауылда йәшәгән һеңлеһе менән һөйләшә. “Венера һеңлем, китмәйек ауылдан. Балаларыбыҙ үҙҙәре үҫкән ер йылыһын тойор, бала саҡ хәтирәләренә сумып күңелдәренә ял алыр өсөн ҡайта бит. Китһәк, ҡайҙа күҙ төбәп ҡайтырҙар?” – ти. Венера һеңлеһе лә, ауылды ташлап китмәҫкә ҡарар иткән Мәрзиә менән Сәғит Ҡотлобаевтар ҙа урындарынан ҡуҙғалмай.
Туҡһан йәшен тултырған Рәфҡәт Хәйретдиновтың зиһене яҡты, фекере теүәл, хәтере яҡшы ине. “Ауылдан китмәйек. Бынан китһәк, тегендә китергә лә күп ҡалмаҫ. Ҡарт ағасты урынынан ҡуҙғатһаң, мандымай. Бына ошо ауылдан ҡотҡоға бирелепме, эш эҙләгән балалары артынан эйәрепме, ситкә киткән ҡарттарҙың береһе лә юҡ. Минән күпкә йәшерәктәре үлеп бөттө. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалып булмай. Әммә уларҙың йәшәрлеге бар ине әле. Мин совхоз етәкселеге менән һөйләшеп килештем дә ауылда умарталыҡ ойошторҙоҡ. Бергә йәшәү байрамыбыҙҙы ла ошонда үткәрҙек. Хәзирәмдең минән алда китеп барыуы үкенес. Һуғыш ауырлыҡтары тылда улар елкәһенә төштө шул. Колхоздың аттары фронтҡа оҙатылды. Ер эштәре үгеҙ менән һыйырға тороп ҡалды. Тылдағы бар эш быуындары нығынып етмәгән малай-шалай, 15-17 йәшлек ҡыҙҙар иңенә төштө. Һыҙлана торғайны, тик һиҙҙермәҫкә тырышты. Күргән ауырлыҡтарын бик һөйләп бармай торғайны. “Ил күргәнде күрелде инде. Беҙҙең өҫтән пулялар яуып торманы бит фронттағы һымаҡ”, – тигән булыр ине. Ә уның үткәргәндәрен күҙ алдына килтерһәм, әле лә тәндәрем зымбырлап китә. Мин фронтта ваҡытта бер ни белдермәгәндәр.
Ә эш былай булған. 1942 йылда бер нисә йәш ҡатын-ҡыҙҙы, шул иҫәптән Хәзирәмде лә, хәрби комиссариат ҡарамағындағы уҡыуға йөрөткәндәр һәм хәрби билет биргәндәр. Ни өсөн икәнен әйтмәгәндәр. 1944 йылда уларҙы саҡыртып алып, хәрби бурыстың ниҙән ғибәрәт булыуын аңлат­ҡандар. Баҡһаң, фашистарҙан азат ителгән Украинаға Башҡортос­тандан мал ҡыуып алып барырға тейеш булғандар. 106 баш һыйыр малы йыйып алғандар. Нәҫел башмаҡтары менән бер нисә үгеҙ, үҙҙәренә һауып эсер өсөн һауын һыйыр ҙа алғандар. Дүрт еткән ҡыҙ ҙа ике үҫмер малай: Әбсәләм ауылынан – Зәкирә, Мораҡтан – Надя, Новохвалынскиҙан Клавдия исемле ҡыҙҙар, Мораҡтан Петя менән Павел исемле ике малай.
“Айҙан ашыу ваҡыт үткәс, Мәскәү тирәһенә, аяуһыҙ һуғыш булып үткән ерҙәргә килеп еттек. Емерек өйҙәр, бомба шартлаған соҡорҙар, ватыҡ танктар аунап ята. Иламай саҡ тыйылып киләбеҙ. Мал ҡыуышып килгән малайҙарыбыҙ аунап ятҡан танктарға, пушкаларға менеп уйнай, гильзалар йыйып алып шаяра. Һыйыр ҡайғыһы онотолдо, уларҙы тыйып алып булмай. Ярай әле Егор исемле ветфельдшер уларҙы тыңлата алды. Белорет яғынан ошолай беҙҙең кеүек мал ҡыуып килеүсе бер малай граната уйнатып, шартлап үлгән, тип тыя ине. Тик Егорҙы икенсе көтөүҙәргә ала ла китәләр ине”, – тип һөйләгәне хәтерҙә Хәзирәмдең. Айҙар буйы ялан аяҡ мал ҡыуып барһындар инде... “Көҙгө һыуыҡтар башланғас ҡына сабата кейеп алған булдыҡ, әммә ул хәтлем атлауға ниндәй аяҡ кейеме түҙһен инде! Аптырап, табанды ҡапларлыҡ итеп алам-һалам урап бәйләйбеҙ. Был аяҡтар аҙаҡ эшкинерме икән? Ҡайта алырбыҙмы икән, тип ҡайғырып һөйләшеп-һөйләшеп ала торғайныҡ, – тип иҫенә төшөрә торғайны ул. Чкалов (хәҙерге Ырымбур) – Һарытау – Сталинград (хәҙер Волгоград) – Ворошиловград – Воронеж – Харьков маршруты буйынса ҡыуғандар малды.
Сабырлыҡ ҡына түгел, ҡыйыулыҡ та, саялыҡ та булған Хәзирәмдә. Харьков тапҡырына еткәс, оло юл аша сығып, ҡалаға боролорға кәрәк булған. Әммә унда һуғыштан ҡайтып барған фронтовиктар тейәлгән машиналар ағымы туҡтамай икән. Һыйырҙарҙы ҡыуып юл ҡырлап килгәндәр, әммә ҡала тапҡырын үтеп баралар, боролор форсат юҡ икән. Ас мал таралыша башлаған. Ни эшләргә? Шул саҡ Хәзирәм юл уртаһына сыҡҡан да ҡыҙыл яулыҡ болғай башлаған. Хәрәкәт туҡтаған, әммә өҫтө-өҫтөнә быуыла башлаған. Әхирәттәре ашыға-ашыға малдарҙы ҡыуа икән. Икенсе көтөүҙәрҙе лә был яҡҡа бора башла­ғандар. Нисек ҡурҡма­ған ул? Әгәр берәй хәрби начальник күреп-белеп ҡалһа, трибу­нал­ға бирәләр бит юл хәрә­кәтен туҡтатҡан өсөн!

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.



Вернуться назад