[/right]
Хәҙер магазинда ниндәй генә төр тәмлекәс юҡ – йәнең теләгәнен һайлап, һатып ал. Күҙҙең яуын алырҙай торттар, әллә нисә төр кәнфит-печеньенан, хәлүәнән кәштәләр һығылып тора. Беҙ бәләкәй саҡта бөгөнгө кеүек муллыҡ булманы, айырыуса ауыл ерендә. Шулай ҙа бала саҡ тәмлекәстәре әле булһа онотолмай.
Һуңғы йылдарҙа республикала ваҡ предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар татлы ризыҡ етештереү өлкәһен ихлас үҙләштерә башланы. Әлшәй районының “Раевка тәмлекәстәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк халҡын ғына түгел, күрше райондарҙы ла, хатта Силәбе, Ырымбур өлкәләрен дә тәм-том менән тәьмин итә. Бөгөн йәмғиәт районда уңышлы һәм тотороҡло эшләүселәрҙән һанала.
Һамар ҡалаһында тыуып үҫкән, һуңынан Әлшәй ерендә үҙ бәхетен тапҡан Сергей Рогонов етәкселегендәге йәмғиәттең кондитер цехында әле күп кеше эшләмәй – ни бары биш ҡатын-ҡыҙ. Әммә киләсәктә эш урындары тағы ла артасаҡ, сөнки уңған һәм тилбер кондитерҙар етештергән тәмле ризыҡтарға көндән-көн ихтыяж арта. Етәкселек бөгөн үк цехҡа махсус белемлеләрҙе эшкә саҡыра.
– Баҙар шарттары, дәғүәселек тәмле һәм арзан аҙыҡ-түлек етештереүҙе талап итә, сөнки һатып алыусыларҙы юғалтыу өсөн күп кәрәкмәй, – ти кондитер цехы мастеры Фәнүзә Ғәлимова. – Әленән-әле яңы төр тәмлекәстәр уйлап сығарырға тырышабыҙ, халыҡтың ихтыяжын өйрәнәбеҙ. Һатып алыусы беҙ етештергән тәм-томдан ҡәнәғәт ҡалһын өсөн ҙур көс һәм йөрәк йылыһы һалабыҙ.
Кондитерҙар әле 20-гә яҡын төр ризыҡ етештерә, икмәк-булкаға ла ихтыяж етерлек. Күмәртәләп тә, ваҡлап та һаталар. Хаҡтары ныҡ тешләшмәй: печеньеның килограмы, мәҫәлән, 50 һум тора, пирожныйҙы 120 һумға алып була. Халыҡтан килгән заказды ваҡытында үтәргә тырышалар. Һораусылар айырыуса байрам, туй тантаналары осоронда арта икән. “Бер генә заказды ла үтәмәй ҡалдырғаныбыҙ юҡ”, – ти ҡыҙҙар.
Йәмғиәт етәкселеге цехта алдағы көндәрҙә лә эш ырамлы һәм табышлы барһын өсөн яңы ҡорамалдар һатып алған, был ҡыҙҙарҙың хеҙмәтен күпкә еңеләйткән. Уларҙың тырышлығын, оҫталығын күптәр маҡтап бөтә алмай. Биҙәүсе-кондитерҙар Зарина Шәйәхмәтова, Римма Аҡсулпанова, Надежда Поречная, ҡамыр баҫыусылар Әлмирә Солтанғужина һәм Флүзә Солтановаларҙың йөрәк йылыһы ҡушып бешергән тәм-томдарын халыҡ яратып ала.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: “Раевка тәмлекәстәре” йәмғиәте үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, бағыусылыҡ эше менән дә ихлас шөғөлләнә. Ауыл сиркәүенә, мәҫәлән, ҡыңғырау һатып алыуҙы ойошторғандар. Район күләмендә төрлө спорт ярыштары үткәреүҙә лә әүҙемлек күрһәтә улар.
[right]
Самат ҒӘЛИН
Әлшәй районы.