Был һүҙбәйләнеш һәр кемдең күңеленә тыуғанда уҡ ҡан менән күсәлер, һәр хәлдә, беҙҙең илдә мәктәп уҡыусыһынан алып сал сәсле аҡһаҡалға тиклем уның ни икәнен белә, сөнки хәтәр шаңдауы ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Шуны әйтергә кәрәк, әлеге ярлыҡ заманында әҙәм балаһына ғына түгел, хатта йәнлек, ҡоштарға ла йәбештерелде. Мәҫәлән, социалистик юлға баҫҡан Ҡытайҙа, дөгө ҡоротҡосо тип, турғайҙарға ҡаршы көрәш асалар. Беҙҙә иһә, игенде “бөтөрөүсе”, ауыл хужалығы “дошманы” булараҡ, йомрандарҙы юҡ итергә тотоналар. Шуныһы сәйер: был эш балаларға – киләсәк быуынға йөкмәтелә.
Колхозлаштырыу осороноң тәүге йылдарында сыҡҡан балалар журналы “Пионер”ға (“Керпе”, 1930, ғинуар-февраль) күҙ һалайыҡ. Журналдың 3-сө һанында комсомолдың Үҙәк Комитеты секретарының 81-се протоколынан күсермә бирелә. Был ҡарарҙың бер нисә бүлегенә иғтибар итәйек.
Һәр пионерға“Отрядҡа бер яңы бала ылыҡтырырға. 20 кило ташландыҡ йыйырға, 10 йомран, 15 сысҡан үлтерергә. Бер емеш ағасын һәм йәшелсә баҡсаһындағы 10 япраҡлы үҫемлекте ҡоротҡостарҙан таҙартырға. Бер сыйырсыҡ ояһы һәм ике тағараҡ яһарға”.
Тағы бер баҫманан (“Киске Өфө”, № 34) өҙөк килтерәйек. “Йомрандар дошманы” тип атала Вара Буранбаевтың мәҡәләһе, һүҙ ике бер туғандың һөйләшеп ултырыуы, уларҙың һөйләшеүе тәбиғәткә ҡағылыуы тураһында. Элек райсоветта эшләп йөрөгәне былай ти: “Кемдер райсовет рәйесенә: “Баҫыуҙарҙа йомрандар күбәйеп киткән. Ҡайҙа ҡарама, шунда баштарын суҡайтып ултыралар. Бер йомран ҡышҡылыҡҡа бер бот (16 килограмм) тос иген әҙерләп һалып ҡуя икән. Тимәк, 100 йомран 16 центнер игенде урлай булып сыға. Шуларға ҡаршы көрәш асырға ине”, – тигән.
Был хәбәр рәйескә етә ҡалған. Башҡарма комитеттың бер ултырышында ул “йомрандарҙы ҡырыу буйынса район комиссияһы” төҙөй. Уның рәйесе итеп – мине, урынбаҫар итеп халыҡ мәғарифы бүлеге мөдирен тәғәйенләнеләр. Йомрандарҙы бөтөрөү өсөн дүрт ай ваҡыт бирҙеләр: апрель – июль айҙарын. Комиссия ағзалары йыйылып һөйләштек тә был мөһим сараға мәктәптәрҙе йәлеп итергә булдыҡ. Мәғариф бүлеге мәктәптәргә, отчет формаһын ҡушып, фарман ебәрҙе. Отчетты 1 сентябргә яһарға тейеш булдылар.
Май айы башында урынбаҫар менән икәүләп Һаҡмар йылғаһы буйында ултырған ҙур ауылға барып төштөк. Ауыл Советы рәйесе һәм мәктәп директоры менән осраштыҡ та, күнәктәр алып, уҡыусы балалар менән күмәкләп колхоз баҫыуҙарына йомрандарға ҡаршы көрәшергә сығып киттек. Уҡыусылар йүгереп йөрөп йомран ояларын эҙләй. Тапҡан береһе: “Бында килегеҙ!” – тип ҡысҡыра. Барып етә һалабыҙ. Балалар күнәк менән яҡындағы шишмәнән һыу ташый, өңгә һыу ҡоя. Икенселәре һыуҙа сәсәп, борҡ-һарҡ итеп килеп сыҡҡан йомрандарҙың башына һуғып үлтерә тора. Шулай итеп, азартҡа инеп киттек тә ул көндө утыҙлаған йәнлектең башына еттек.
Көҙ отчет мәғлүмәттәренән сығып иҫәпләп ҡараһаҡ, сәстәребеҙ үрә торҙо: Баймаҡ районы буйынса 50 меңгә яҡын йәнлек юҡ ителгән. Быға ышанырғамы, юҡмы? Әммә район буйынса илле мең бот иген “һаҡлап” ҡалынған. Шуға ҡыуандыҡ. Ҙур эш бит был. Шулай тип “йомрандарҙы ҡырыу буйынса район комиссияһы” башҡарма комитетына отчет бирҙек. Беҙҙең отчетты маҡтап ҡабул иттеләр...”
Бына шулай, йәмәғәт, балаларға беҙ нисек тәбиғәтте һаҡларға өйрәттек. Парадокс килеп сыға түгелме: сыйырсыҡтар ҡайтыуға оялар яһаттыҡ, ә яҙ башлаусы ҡара ҡарғаларҙы “халыҡ дошманы” яһаныҡ – борсаҡ баҫыуҙарына һөжүм итә, кукуруз шытымын сүпләй... Тәүгеләренә арнап шиғырҙар яҙҙыҡ, икенселәренең һөлдәләрен таяҡҡа элеп ҡуйып, баҫыу ситтәренә ҡаҙап сыҡтыҡ. Үкенескә ҡаршы, йомрандар менән дә шул уҡ хәл булды. Их, Әҙәм менән Һауа балаһы, тиһең ҡайһы саҡ, Аллаһ Тәғәлә барыһын да – һине лә, мине лә, ҡоштарҙы ла – белеп яралтҡан бит, тәбиғәттә тигеҙлек (баланс) булдырған. Беҙ генә ҡыҫылып, ошоно боҙмайбыҙмы икән? Ғөмүмән, тәбиғәтте һаҡлайыҡ, тип лаф орғансы, бәлки, үҙ ҡанундарыбыҙ менән уның эшенә тығылмаҫҡа ғына кәрәктер?!