Сынъяһау әкиәт донъяһы11.10.2016
Сынъяһау әкиәт донъяһы Соҡаҙыбаш ауылында ғүмер кисергән Раил Ғимаев төрлө скульптуралар яһай. Уҙаман был шөғөлгә хаҡлы ялға сыҡҡас тотонған. Бөгөн ижадсының баҡсаһы әкиәт донъяһын хәтерләтә.


Оҫтаның ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Раил Камалетдин улы һылап-һыйпап айыу һыны эшләй. Тәүҙә махсус балсыҡтан әүәләй, һуңынан гипстан яһалған фор­маға һала, артабан инде бетон иҙмә ҡойғас, кәрәкле скульптура килеп сыға. Раил Ғимаев, әйтер­һең, был эш менән ғүмере буйы шөғөлләнгән. Ғәмәлдә иһә ҡыҙыҡ­һыныуы биш-алты йыл элек кенә башланған.
Ошо ауылда тыуып үҫкән уҙа­манға һөнәре буйынса диңгеҙҙә йөҙөргә лә, урманда эшләргә лә тура килә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тәбиғәткә һөйөүен таш һындарҙа сағылдырырға ҡарар итә. Был һөнәргә бер ҡайҙа ла уҡымаһа ла, ижад өлгөләре профессиональ скульпторҙарҙыҡынан һис тә ҡалышмай.
Сынъяһау сәнғәт әҫәре тыу­ҙырғансы байтаҡ ваҡыт үтә. Кәрәкле төҫкә буярға ла кәрәк. Тейешлеһен генә табып та булмай, ти оҫта. Акрил, яхта буяуҙа­рын ҡулланғас, һындар тейешле ҡиәфәт ала.
Раил Ғимаевтың баҡсаһы, ысынлап та, әкиәт донъяһын хәтерләтә. Нимә генә юҡ унда! Айыуҙар, ғорур бөркөт, боланды тамаҡлаусы януарҙар, ауыҙынан һыу ҡойоусы алтын балыҡ, пандалар һәм башҡа бик күп үҙен­сәлекле һындар... Оҫта эшен күңелен һалып, йән өрөп тигәндәй башҡара.




Вернуться назад