Көйәнтә-биҙрә урынына – һөт үткәргес11.10.2016
Көйәнтә-биҙрә урынына – һөт үткәргес Республиканың ауыл эшсәндәре әле генә баҫыуҙарҙан көҙгө мул уңышты йыйып, хужалыҡ ихатаһына бесән-һалам ташып, бер аҙ хәл йыйып өлгөрҙөмө-юҡмы, мал ҡышлатыу осорона ла аяҡ баҫты. Уларҙың кәйефе бөгөн күтәренке, сөнки хеҙмәт күрһәткестәре яҡшы, алға ҡуйылған бурыс тулыһынса тиерлек үтәлгән.


Роберт Йосопов етәкселе­ген­дәге “Рябиновка” агро­фир­маһы төбәктә эреләрҙән һанала, күп кенә хужалыҡтар өсөн хатта өлгө лә. Йәмғиәт­тә йыш ҡына республика кимәлендә төрлө семинар-кәңәшмәләр үткәрелә, улар­ҙың эш тәжрибәһен өйрә­нергә төрлө тарафтарҙан ки­ләләр. Бында, нигеҙҙә, мал­сылыҡ менән ныҡлап шөғөл­ләнәләр, йәмғиәттә 500-ҙән ашыу һыйыр малы тотола, шуның 300-гә яҡыны – һауын һыйыры.
Ферма мөдире Валерий Якименко белдереүенсә, улар күпләп быҙаулаған, әле лә көтөү яңы тыуған безәү­кәйҙәр менән тулылана икән.
– Беҙҙә халыҡ уңған, эш­һөйәр, һәр кем үҙенә йөк­мә­телгән бурыс­ты намыҫ ме­нән үтәй, шуға ла көҙгө ба­ҫыу эштәрен ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарып сыҡтыҡ, – ти Валерий Александрович. – Мал ҡышла­тыуға ла етди әҙерлек менән килдек, ҡураларға ярайһы яҡшы ғына ремонт та үткәрҙек. Шөкөр, аҙыҡ та етерлек күләмдә әҙерләнгән, ҡыш малдар ас булмаясаҡ.
Хужалыҡта бөгөн 10 ауыл­дан 20 кеше эш менән мәш­ғүл, ҡыҙыу осорҙа иһә улар­ҙың һаны бермә-бер арта икән. Шуныһы ҡыуаныс­лы: йәмғиәткә эшкә килергә йәш­тәр атлығып тора, сөнки хеҙ­мәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль ярҙам ҡа­ралған. Әйткән­дәй, эш хаҡы бөгөн 20-25 мең һум тәшкил итә. Байгилде ауыл лицейында уҡыған ҡыҙ һәм егеттәр ҙә – хужалыҡтың төп көсө. Улар уҡыуҙы тамам­лағас, икеләнеүһеҙ тап ошо хужалыҡҡа эш һорап мөрә­жәғәт итә икән.
“500 ферма” республика маҡ­сатлы программаһына ингән йәмғиәттең өс һөтсө­лөк фермаһы ла яңы һулыш алған: һөт үткәр­гестәр, һы­уытҡыстар урынлашты­рыл­ған. Малсыларҙың эше хәҙер күпкә еңеләйгән, элекке ке­үек көйәнтәләп һөт-һыу ташыу юҡ, ҡул көсөнә заманса ҡорамалдар ярҙамға килгән. Ике мең тоннанан ашыу сифатлы продукцияны көн һа­йын Өфө һөт заводына литрын 18 һум менән оҙаталар. “Ике яҡ өсөн дә отошло килешеү төҙөлгән, шуға ла түләүҙәр ваҡытында башҡа­рыла. Ә һатыуҙан килгән табыш фәҡәт йәмғиәт кәрәк-ярағына тотонола”, – ти ферма мөдире.
Етәкселек алдынғы һа­уын­сы­лар Гөлйөҙөм Мөфтә­хова, Фәнилә Мөфтәхет­ди­нова менән быҙау ҡараусы Гүзәл Ғилметдинованы маҡ­тап телгә алып, “йәштәргә улар һәр саҡ өлгө”, ти.
Хужалыҡтың матди база­һы бай ғына, бөгөн ялан­дарҙы сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәт­ле техника иңләй. Яҙғы-көҙгө ба­ҫыу эштәренә уны ситтән йәлеп итмәгәндәр.




Вернуться назад